+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2022, 11:50

Пионер ойошмаһы тураһында беләһегеҙме?

В. И. Ленин исемендәге Бөтә союз пионерҙар ойошмаһының 100 йыллығына арнап район пионерҙар ойошмаһы ветерандар советы балалар ижады йорто менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында викторина уҙғара.

В. И. Ленин исемендәге Бөтә союз пионерҙар ойошмаһының 100 йыллығына арнап район пионерҙар ойошмаһы ветерандар советы балалар ижады йорто менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында викторина уҙғара. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында дөрөҫ яуаптар ебәргән ҡатнашыусы еңеүсе тип иғлан ителәсәк. Яуаптарҙы 12 майға тиклем район балалар ижад йортоноң [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 2-07-47.

Викторина һорауҙары:
1. Ҡайһы ижтимағи-сәйәси ойошманың ҡарары менән һәм ҡасан Советтар илендә пионерҙар ойошмаһы булдырылған?
2. Ҡасан пионерҙар ойошмаһына В. И. Ленин исеме бирелә?
3. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында пионерҙар ойошмалары ниндәй эш башҡарған?
4. 1932-1939 йылдарҙа кулактарға ҡаршы көрәштә һәләк булған герой-пионерҙарҙың исемдәрен атағыҙ.
5. 1935 йылда хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән пионерҙарҙың исемдәрен беләһегеҙме?
6. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда киң таралыу алған Тимур хәрәкәте ҡайһы совет яҙыусыһының исеме менән бәйле?
7. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында пионерҙар ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәткән һәм бөйөк эштәр башҡарған?
8. Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙары менән көрәштә батырлыҡ күрһәткән герой-пионерҙарҙың исемдәрен атағыҙ.
9. 1968-1970 йылдарҙа Ульяновск, Ленинград, Мәскәү, Горький, Ҡазан пионерҙары башланғысы менән пионерҙар ойошмаларында ниндәй «экспедиция» уҙған (факттарҙы әйтегеҙ)?
10. Илдә ниндәй махсус пионер гәзит-журналдары донъя күргән?
11. Һеҙҙең мәктәптә ҡасан пионер дружинаһы, отряды барлыҡҡҡа килгән? Кемдәр пионервожатыйҙар булған?
12. Бала сағы пионер ойошмаһына бәйле булған һеҙҙең ерлектән сыҡҡан бер нисә билдәле кешене һанап китегеҙ.
13. Элекке пионерҙарҙан кемдәр «Артек», «Орленок» лагерҙарында ял иткән?
14. Бөтә ил күләмендә уҙ-ғарылған пионер хәрби-спорт уйындарын һәм ярыштарҙы атағыҙ.

Автор:
Читайте нас: