Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель , 16:50

"Шүлгәнташ" музейы әҙер

Башҡортостан Башлығы  Бөрйәндәге яңы тарихи-мәҙәни музей комплексына барҙы.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан    

"Шүлгәнташ" музейы әҙер
"Шүлгәнташ" музейы әҙер

«Беҙҙең «Шүлгәнташ» музей комплексына тәүгеләрҙән булып Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Сергеев Александр Михайловичтың килеүе символик мәғәнәгә эйә. Музей бик ҡыҙыҡлы, экспозициялары сағыу, тәрән ғилми йөкмәткеле. Беҙгә ҡайһы бер эштәрҙе тамамларға ғына ҡалды,  уны июнь уртаһында асырға йыйынабыҙ.

Музейҙа 7 тематик блок — «Таймлайн», «Медиазал», «Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр», «Археология», «Тәбиғи-фәнни», «Һаҡлау», «Урал батыр эпосы». Музейҙың төп экспонаты — мәмерйә диуарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукциялар йыйынтығы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән.

Был урынға туристарҙы йәлеп итеү беҙҙең өсөн ныҡ мөһим. Бында ғалимдар килеп, тикшеренеүҙәр үткәрһен өсөн фәнни үҙәк ойошторола. Симфоник оркестрҙың концерттарын көтәм. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш.

Былтыр «Шүлгәнташ»ҡа юлды төҙөкләндерҙек, быйыл мобиль элемтә мәсьәләһен хәл иттек. Газ үткәрергә ҡалды, һуңынан һәйбәт отель төҙөрбөҙ. Яйлап Бөрйән районында тағы бер күркәм урын барлыҡҡа килер», — тип яҙҙы республика Башлығы.

Автор:
Читайте нас в