Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель , 12:05

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Шулай тип ололап әйтергә мөмкин бөгөнгө юбиляр — Әҙеһәм Хәмзин тураһында. Райондың хөрмәтле уҙаманы 80 йәшенә аяҡ баҫҡанда ла ул күп педагогтарҙың остазы-кәңәшсеһе булып ҡала.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Шулай тип ололап әйтергә мөмкин бөгөнгө юбиляр — Әҙеһәм Хәмзин тураһында. Райондың хөрмәтле уҙаманы 80 йәшенә аяҡ баҫҡанда ла ул күп педагогтарҙың остазы-кәңәшсеһе булып ҡала.

— Балаларға белем биреү — тормошом маҡсаты булды һәм булып ҡала. Уҡытыусы бөтә замандарҙа ла иң абруйлы һөнәр һаналды һәм мин һәр саҡ эшемде яратып башҡарҙым, унан ҡәнәғәт булдым, — ти Әҙеһәм Мостафа улы. —Ысын уҡытыусы ул бала менән асыҡтан-асыҡ аралашыуға өлгәшкән педагог. Уҡыусыларҙы әрләп, ҡурҡытып түгел, ә үҙенә йәлеп итә алған, ышанысын яулаған, уларға бар яҡтан өлгө булған кеше уҡытыусы исемен йөрөтөргә хаҡлы.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу педагогик стажға эйә, райондың иң көслө математика уҡытыусыһы булараҡ танылған мағариф ветераны совет уҡытыу системаһының юҡҡа сығыуына әсенә, балаларға төплө белем бирелмәүенә борсола. Уҡыусыларға ОГЭ, ЕГЭ тапшырырға әҙерләнеүҙә ныҡлы ярҙам күрһәтә, уҡытыусыларға ла һәр саҡ аңлатырға, кәңәш-консультация бирергә әҙер. Быны ул күңел ҡушыуы буйынса эшләй.
Үҙе әйтмешләй, үкенмәҫлек ғүмер юлын үткән юбиляр. Тик бер генә хыялы тормошҡа ашмай ҡалған. Магнитогорск педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, уны аспирантураға саҡыралар, фән юлынан китергә өгөтләйҙәр. Тик атаһы ҡаты ауырыу сәбәпле, артабан уҡыу мөмкин булмай. Хәлил урта мәктәбендә эш башлай, бер нисә йылдан Ә. Хәмзинды Асҡар урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 28 йәшлек егеткә үҙенең уҡытыусылары булған олпат ағайҙарға етәкселек итергә тура килә. Әдип Нияҙғолов, Мотаһар Билалов, Зифа Ғайсина, Надежда Нияҙғолова кеүек билдәле педагогтарҙан торған көслө коллектив менән эшләй, уларҙан күп нәмәгә өйрәнә. Район мәғариф бүлеге мөдире булған осорҙа иң ҙур мәктәпкә етәкселек итеү тәжрибәһе, үҙенең ойоштороу һәләте, кешеләр менән аралаша белеү, талапсан, ғәҙел булыу сифаттары ныҡ ярҙам итә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Хәмзиндар Хәлил ауылына күсеп ҡайта. Һәм бына 12 йыл Әҙеһәм Мостафа улы биләмәнең ветерандар ойошмаһын уңышлы етәкләй, уны алдынғы итеүгә бар көсөн, тырышлығын һала. 1972 йылдан тәүҙә уҡытыусылар, шунан район хорында йырлаған уҙаман ир-егеттәрҙән торған хор туплай. Хәҙер «Малайҙар» вокал ансамбле райондың ғына түгел, республика сәхнәләренең йәме, конкурстар еңеүсеһе.
Тәүге уҡыусылары менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү кинәнес бирә, һәр саҡ бергә кәңәшләшеп, бер-береһенең фекеренә ҡолаҡ һалғас, ололар коллективы татыу, берҙәм. Хаҡлы ялда шулай өр-яңы тормош битен асып, күңелле йәшәйҙәр.
— Халыҡ араһына сыҡмай, заман менән бергә атламай, кеше менән аралашмай йәшәүҙән ни мәғәнә, ни фәтүә? Башҡаларға үҙеңдең кәрәк булыуыңды тойоу, уларға файҙа килтереү бик мөһим, — ти Әҙеһәм Мостафа улы.
Ә. Хәмзин оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ, хаҡлы ялдағы әүҙем эшмәкәрлеге «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы», «Башҡортостан ветерандар ойошмаһының 30 йыллығы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ғүмерлек юлдашы Шәрифә Миҙхәт ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр. Ҡәҙерле кешеһе ҡаты сирләп киткәс, оҙайлы һәм ныҡыш рәүештә дауалап, ғүмерен һаҡлап ҡалалар. Бергәләп яҙмыш һынауҙарына бирешмәйҙәр, шул саҡтағы ярҙамдары өсөн бөтә туғандарына рәхмәтле булып йәшәйҙәр.
Тормошон ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеү өсөн уның бөтә яҡтарын «тәмләп» ҡараған. Мыҡты, ҡарағайҙай төҙ буйлы Әҙеһәм Мостафа улы сәхнәгә сығып күкрәк киреп йырлаһа ла, донъяларҙы оноттороп нәфис һүҙ һөйләһә лә, талантына көнләшерлек. Илһам килгән минуттарында, ҡулына ҡәләм алып һүрәт төшөрһә, оҫта рәссам тиерһең. Уның яҙыуы матурлығына таң ҡалмаған кеше юҡтыр. Тарих менән ҡыҙыҡһына, китаптар күп уҡый, белмәгәне юҡ. Поэзияны ярата, рус һәм башҡорт классиктарының күп шиғырҙарын яттан белә, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Архивтар, ревиз әкиәттәренән мәғлүмәт йыйып, шәжәрәләр төҙөй. Спорт менән дуҫ булыуын әйтмәй булмай.
— Заман кешеһе бөтә нәмәне белергә тейеш, мин дә барыһына ла өлгөрөргә тырыштым. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышым — ғаиләм менән бәхетлемен. Ҡатынымдың мине һәр саҡ аңлап ҡабул итеүенә рәхмәтлемен, — ти Әҙеһәм Хәмзин.
Нисә быуын уҡыусыларының беҙҙең уҡытыусыбыҙ тип хөрмәт күрһәтеүе, уның юлынан китеүҙәре лә ғорурлыҡтыр. Балалар күңеленә һалған яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыу, ысын кеше булыу орлоҡтары ныҡлы шытым биргән, тимәк тырыш хеҙмәт бушҡа китмәгән. Бөгөн дә йәш быуынға белем биреп, халыҡ араһында һүҙе үткән абруйлы етәксе, олпат уҙаман булып, тыуған еренә, иленә файҙа килтереп йәшәүен дауам итә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в