+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2022, 09:35

Әбйәлил – Бөрйән дуҫлығы

Әбйәлил районы Ишкилдҽ ауылы мҽнән Бөрйән районы Әбдҽлмәмбәт ауылы араһында дуҫлыҡ купҽрҽ һалынды.

Әбйәлил – Бөрйән дуҫлығы
Әбйәлил – Бөрйән дуҫлығы

Әбйәлил районы Ишкилдҽ ауылы мҽнән Бөрйән районы Әбдҽлмәмбәт ауылы араһында дуҫлыҡ күпҽрҽ һалынды. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, был ике ауыл да “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашыусылар. Әбделмәмбәттәр Ишкилделә ҡунаҡта булып, конкурста ҡатнашыу, ауылдар халҡын сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға пропагандалау һәм башҡа йүнәлештәрҙә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

"Айыҡ ауыл-2021" конкурс-проекты сиктәрендә Буранғол урта мәктәбенең көрәш залында "Милли көрәш" бәйгҽһҽ һәм үҙҙәренең клубында "Ишле ғаилә – ил күрке" тип исемләнгән сара үтте.

Әбделмәмбәттән килгән ҡунаҡтар көрәш бәйгеһе тамаша ҡылғандан һуң, Ишкилде ауылына юл алдылар.
Ишкилдҽләр ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары мҽнән эшләгән тракторҙарын, Мансур Усмановтың һандыҡтарын, Һиммәт Шаһивәлиевтың, Буранбай Йәнбирҙиндың, Хөрмәт Хәсәновтың таҡта ярыу цехын, Алсынбай Шаһивәлиевтың тал-муйылдан үргән ситәндәрҽн, ҡош- ҡорт ояларын, ағастан эшләнгән ишектәрен, балта һәм башҡа ҡул эштәрен күрһәттеләр.

Шулай уҡ ҡунаҡтар йәшләй генә тол ҡалып, алты улына һәм бер ҡыҙына яңғыҙы матур тәрбиә биргән Сәүҙә Шаһивәлиеваның өйөндә булып, улдары Илсур, Салауат, Динисламдың спортта күрһәткән ҡаҙаныштары һәм Шаһивәлиевтарҙың 21 быуындан торған шәжәрәһе менән таныштылар.

Шәүрә Дауытова ҡунаҡтарға боронғоса ҡорот ыҫлау нескәлектәрен, Мәүлиҙә һәм Вәхит Хисмәтуллиндар кәзә һауып, кәзә һөтөнән, Хөрмәт һәм Гөлсиә Хәсәновтар ғаиләһе бейә һауып, бейә һөтөнән ҡымыҙ яһау ысулдарын, Зөлфәр Дәүләтшин һәм Рәфәғәт Вәлиев күреп үреү оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Ауыл буйлап сәйәхәт ҡылғандан һуң, ҡунаҡтар клубта уҙған " Ишле ғаилә - ил күрке" тип исемләнгән сарала Ишкилдене "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүсе әсәләре менән таныштылар.

 Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы бишбармаҡ һәм тәмле сәй, буҙа менән һыйланылар. Фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу өҫтәл артында дауам итте. Ауыл халҡына ҙур рәхмәттәр әйтеп, ҡунаҡтар ишкилделәрҙе тәжрибә уртаҡлашырға үҙҙәренә саҡырып ҡайттылар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: