+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2022, 14:35

"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса "Ер хәтере" республика марафоны старт алды.  сараға Әбйәлил районы ла ихлас ҡушылды.

"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде
"Ер хәтере" республика марафонына старт бирелде

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса "Ер хәтере" республика марафоны старт алды.  Сараға Әбйәлил районы ла ихлас ҡушылды.

Ошо айҡанлы Асҡарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск янында ҡуйылған патриотик сарала юнармиясылар, ветерандар, һуғыш осоро балалары һәм район халҡы ҡатнашты.

"Был марафондың старты Шайморатов дивизияһының тарихы менән ныҡлы бәйле. 1942 йылдың тап ошо көнөндә полковник М.М. Шайморатов командованиеһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа китә. Ә 1945 йылдың 1 майында Берлин стратегик операцияһында ҡатнашҡаны өсөн II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана", - тине район башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең сығышында .

Почетлы миссия – обелиск нигеҙенән һалдат каскаһына тупраҡ тултырыу Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илгиз Хәйризамановҡа һәм юнармиясы Данил Бикҡоловҡа йөкмәтелде.

Иртәгә был марафон Белорет ҡалаһында дауам итәсәк, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Бөрйән райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан алынған тупраҡ артабан рәсми делегацияғпа -республика марафонының атлы төрөкөмөнә  тапшырыласаҡ.

9 май - бөйөк Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында республика ҡалаларынан алынған тупраҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: