+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 18:15

«Ер хәтере» республика марафоны

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тултырыу буйынса иғлан ителгән «Ер хәтере» республика марафонына әбйәлилдәр ҙә ихлас ҡушылды.

«Ер хәтере» республика марафоны
«Ер хәтере» республика марафоны

Ошо айҡанлы 2 май көнө Асҡарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск янында ойошторолған патриотик сарала ветерандар, һуғыш осоро балалары, юнармиясылар һәм район халҡы ҡатнашты.
— Был марафон Шайморатов дивизияһының тарихы менән бәйле. 1942 йылдың тап ошо көнөндә полковник М. М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа китә. Ә 1945 йылдың 1 майында Берлинды алыу операцияһында ҡатнашҡаны өсөн II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана. Был дивизияның 78 яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры, 3860 кавалерист орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Беҙҙең райондан был данлы дивизия составында 130 кеше яу юлы үтә. Шуларҙан Ғәбдрәүеф Дәүләтов менән Таһир Кусимов Герой исемен ала, алты кеше Дан ордендары менән наградлана. Ошондай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм ата-бабаларыбыҙ батырлығы алдында баш эйәбеҙ, — тине район башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең сығышында. — Вафат булған фронтовиктарҙы иҫкә алыу, һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә иғтибарлы булыу, хәстәрлек күреү — беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.
Артабан йыйылыусылар илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышып, Еңеү килтергән әбйәлилдәр хөрмәтенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды.
Почетлы миссия — обелиск нигеҙенән һалдат каскаһына тупраҡ тултырыу Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илгиз Хәйризамановҡа һәм юнармиясы Данил Бикҡоловҡа йөкмәтелде.
Был марафон иртәгәһе көндө Белорет ҡалаһында дауам итте, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Бөрйән райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан алынған тупраҡ артабан рәсми делегацияға — республика марафонының атлы төркөмөнә  тапшырылды һәм ул Өфөгә оҙатылды.
9 май — бөйөк Еңеү көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында республика ҡалаларынан алынған тупраҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ.

«Ер хәтере» республика марафоны
«Ер хәтере» республика марафоны
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: