+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 15:06

Тормошобоҙ көҙгөһө

Быйыл райондың «Осҡон» гәзите сыға башлауға 90 йыл тула. Ошо айҡанлы гәзиттә «Осҡон»ға — 90 йыл» исемле рубрика асабыҙ. Унда туғыҙ тиҫтә йыл дауамында гәзитте етәкләгән мөхәррирҙәр, хеҙмәткәрҙәр, ауыл хәбәрселәре хаҡында мәҡәләләр, «Осҡон»ға ҡағылышлы хәтирәләр баҫыласаҡ. 

Тормошобоҙ көҙгөһө
Тормошобоҙ көҙгөһө

Быйыл райондың «Осҡон» гәзите сыға башлауға 90 йыл тула. Ошо айҡанлы гәзиттә «Осҡон»ға — 90 йыл» исемле рубрика асабыҙ. Унда туғыҙ тиҫтә йыл дауамында гәзитте етәкләгән мөхәррирҙәр, хеҙмәткәрҙәр, ауыл хәбәрселәре хаҡында мәҡәләләр, «Осҡон»ға ҡағылышлы хәтирәләр баҫыласаҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан да ошо хаҡта мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ. Рубриканы гәзиттең 1994-2009 йылдарҙағы мөхәррире, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы Самат Фәйзуллиндың мәҡәләһе менән башлайбыҙ.

Май — йылдың иң сағыу, матур биҙәкле булыуы менән бергә тарихыбыҙҙың иң иҫтәлекле байрамдары айы.
Бөгөн дә бөтә ил буйынса киң билдәләнгән 1 һәм 9 Май байрамдары менән бер рәттән совет заманында үҫкән быуын 19-ын — Пионерҙар, ә уҙған быуат журналистары һәм полиграфистары 5-ен — Матбуғат көнөн һағынып иҫкә ала.
5 май беҙҙең өсөн икеләтә яҡын. Сөнки ул бөгөн дә һәр кемгә таныш «Осҡон» гәзите сыға башлаған көн. Күптәрҙең өйөнә күп йылдар аҙнаһына өс, быйылдан бер тапҡыр килгән баҫма ВКП (б) Үҙәк Комитетының яңы ойошторолған райондарҙың үҙ гәзиттәрен сығарыу тураһында 1930 йылғы күрһәтмәһен үтәү өсөн партия Өлкә Комитетының 1931 йылдың 5 майындағы ҡарары нигеҙендә донъя күрә. Шул осорҙа республикала 34 райондың үҙ гәзите сыға башлай. Әбйәлилдә ул «Ударсы» исемендә баҫыла. Исеменән үк күренеүенсә, гәзит алдынғы эшсәндәрҙең өлгөһөндә башҡаларҙы ла удар хеҙмәткә әйҙәүсе лә, өндәүсе лә. Исемде В. Лениндың «гәзит-агитатор һәм пропагандист ҡына түгел, ә коллектив ойоштороусы ла» тигәненән сығып та һайлағандарҙыр. Уны партия райкомы үҙ ҡарары менән раҫлай. Ә ике йылдан, һаҡланып ҡалған номерҙан күренеүенсә, районыбыҙ баҫмаһы «Осҡон» тип атала һәм бөгөн дә шул исем аҫтында баҫыла. Бик күп йылдар девизы ла бер үк: «Усағыңда утың һүнмәһен!»
Район, республика, ил һәм донъя тормошондағы иғтибарға лайыҡ һәр ваҡиғаға битараф булмаған гәзитебеҙ сығыуға быйыл 90 йыл тула. Төрлө рубрикалар аҫтында донъя күргән очерк, һүрәтләмә, мәҡәлә, хәбәрҙәр һәм фотоһүрәттәр райондың социаль-иҡтисади йәшәйеше, халыҡты социаль яҡлау, ауылдар тормошо, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, хеҙмәт алдынғылары, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙәге хәл-ваҡиғалар, изге йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ хаҡында даими хәбәр итә. Заманында «Иман», «Йәйғор» биттәре, «Советтар тормошо», урындағы депутаттар эшмәкәрлеге уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Ауыл хәбәрселәре лә бик әүҙем яҙышты. 80-се һәм 90-сы йылдарҙа Асҡарҙан Зиннур Мәһәҙиев, Һәйетҡолдан Вәсилә Садиҡова һәм Буранғолдан Мәүҙиға Ғәбитовалар, мәҫәлән, республика ауыл һәм эшсе хәбәрселәренең слеттарына делегат булып та барҙылар. Уларҙың барыһын да һанап сығыуы ла ауыр.
Махсус биттәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә «Йәйғор» Әбйәлилдең һәм Башҡортостандың рухи донъяһында айырым урын алып тора. Билдәле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужа 60-ынсы йылдарҙа ойошторған был биттә үҙҙәренең тәүге ижад емештәрен баҫтырған Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Зөһрә Фәйзуллина, Рәмил Ҡол-Дәүләт (Дәүләтҡолов), Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Радик Өмөтҡужин, Иҙрис Нөғәмәнов, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Кашапова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Сәфинә Хәкимова, Мансур Баһаув, Флүрә Усманова һәм башҡалар оло әҙәбиәткә аяҡ баҫты. Бөгөн уларға алмашҡа өмөтлө йәштәр килә. Уларҙың ижад емештәре «Йәншишмә» һәм «Йәшлек» гәзиттәрендә, «Аманат» һәм «Ағиҙел» журналдарында донъя күрә.
90-сы йылдар башында Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Урал» сиҙәм совхозы һәм Әлмөхәмәт ауыл Советы етәкселәре тарафынан булдырылған Ким Әхмәтйәнов исемендәге район журналистика һәм әҙәбиәт буйынса премия үҙ ваҡытында матбуғатта эшләүселәргә оло дәрт һәм дарман өҫтәне. Уның лауреаттары араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһының беренсе лауреаты, күренекле публицист, 60-сы йылдарҙа «Осҡон»ға мөхәррирлек иткән Марсель Ҡотлоғәлләмовтың, сирек быуат самаһы редакцияға етәкселек иткән Мырҙахан Шәмсетдиновтың һәм ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе «Они вернулись с Победой» һәм «Подвиг» китаптарына мөмкин ҡәҙәр мәғлүмәттәр туплап биргән Юрий Здрогов та бар. Район гәзитендә төрлө йылдарҙа эшләгән Мырҙахан Шәмсетдинов һәм Әлфиә Хәкимова — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, төрлө йылдарҙа мөхәррирлек иткән Зиннәт Әхтәмов менән Фәйзрахман Хисмәтуллин да шундай исемгә лайыҡ булдылар. Рәмилә Истанбаева, Зөлфәр Амангилдин, Рәзинә Әғзәмова һәм Гөлсирә Мөхәмәтдинова — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәрҙәре.
Гәзит республика һәм ил күләмендә үткәрелгән төрлө ижади бәйге-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, төрлө Диплом һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
«Осҡон»доң тарихына күҙ һалғанда, шуны ла әйтеү урынлы. Гәзит 1957 йылға тиклем һәм 2006 йылдан башҡортса сыға. Ошо ике арала уның руссаға тәржемәһе «Искра» исемендә баҫылды. Ә 2006 йылдан ул «Абзелил» исемен йөрөтә.
Тәүге осорҙарҙа мәҡәлә кәрәсин лампаһы яҡтыһында ҡул менән йыйыла һәм ҡул-аяҡ ярҙамында баҫыла. Даими электр тогы килгәс кенә эш еңелләшә – гәзит-бланкылар баҫыу станогы алына.
Ә машина менән хәрефтәрҙе йыйыу 1978 йылда башланды. 90-сы йылдарҙа гәзит офсет ысулы менән баҫыла башланы. Компьютер системаһына 2005 йылдарҙа күселде. Оптимәлләштереү арҡаһында гәзитте Белорет почтаһы аша таратыу сәбәпле, район типографияһы бөтөрөлдө. Унда иң оҙаҡ һәм уңышлы эшләгән директор — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре А. М. Лоҡманов. Заманында редакцияла фото-корреспондент булып эшләгән Арслан Мотаһар улы бөгөн дә ҡулынан фотоаппаратын төшөрмәй.
Ғөмүмән, ижтимағи-сәйәси тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән гәзитебеҙ тураһында күп һөйләргә мөмкин. Пролетар шағир Владимир Маяковский әйткәнсә, «газета — это не чтение от скуки» тигән ҡанатлы һүҙҙәренә тап килеү өсөн Вил Илһамов етәкселек иткән коллектив бөгөн дә бар көсөн һалып эшләй. Хәбәрселәр Гөлнара Күсәрбаева, Динара Сафиуллина, Рәмилә Истанбаева «Осҡон»до уҡымлы итеү өсөн тырышып эшләй. Гәзиттең биҙәлеше өсөн Гөлсирә Мөхәмәтдинова менән Айгиз Әсәҙуллин яуаплы.
Уларҙың илһамлы хеҙмәтенә ҡулдарынан ҡәләмен төшөрмәгән, ярты быуаттан ашыу ауыл хәбәрсеһе исемен йөрөткән уҡытыусы-ветерандар Мөнирә Кирәева, Мәүлиә Сафиуллина, Зөһрә Кашапова, Фирүзә Сафина, Фәрзәнә Хамматова һәм башҡаларҙың мәҡәлә-һүрәтләмәләре айырым бер биҙәк өҫтәй.
«Осҡон»доң үткәне данлы, киләсәге өмөтлө, мөмкинлектәре киң! Шуға күрә гәзитебеҙҙең оҙон-оҙаҡ йылдар буйы халыҡ күңеленә рухи осҡон-ялҡын, яҡты нур биреп йәшәренә иманыбыҙ камил.
Самат ФӘЙЗУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: