+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2022, 14:45

Һәр ветеранға – шәхси парад

Бөгөн, 8 май көнө, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан бөгөн беҙҙең арала булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ҡотлогилде Төхвәтуллин һәм Мәхмүт Ишҡолов йәшәгән Мәхмүт һәм Ҡаҙмаш ауылдарында уларҙың йорто алдында Еңеү парады ойошторолдо.

Ветерандарҙы Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район хәрби комиссары Максим Гребенщиков ҡотларға килде. Ҡаҙмаш ауылында тыл ветераны Хөбъямал Сәғәҙәтованы ла тәбрикләнеләр. Ҡаҙмаш урамдарынан шулай уҡ “Үлемһеҙ полк”ү тте һәм унда ҡаатнашыусылар Еңеү парадына ла шаһит булды. “Ҡаһарманлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Һеҙгә оҙаҡ йылдарға һаулыҡ, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Һеҙҙе һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың мөхәббәте, ихтирамы һәм хәстәрлеге уратып алһын, тормошоғоҙ тыныс, бәхетле һәм шатлыҡлы булһын!", – тигән теләктәрен еткерҙе ИлдарТаһир улы хөрмәтле ветерандарға, һуғыш балаларына.

Яугирҙәр үҙ сиратында уларҙы онотмаған район етәкселегенә иғтибарҙары һәм ихтирамдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм  киләсәгебеҙ бәхетле, тормошобоҙ тыныс булһын тигән теләктәрен дә еткерҙе.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: