“С. ВОИ” ауыл хәбәрселәре мәктәбе”нең беренсе төркөм уҡыусылары менән дәрестәр тамамланды. Иң тәүҙә уҡытыусы Таңсулпан Йомағужина журналистика нигеҙҙәре тураһында лекция һөйләне, артабанғы дәрестәрҙә уҡытыусылар район гәзиттәрендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе уҡыны, жанрҙарҙы аныҡланы. Интервью алырға өйрәнде, яҙмалар өсөн мәғлүмәт нисек йыйырға кәрәклеген белде. Һәр көн уларға бирелгән күнекмәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары проекттың сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмдә сыҡты, айырыуса уңышлылары гәзит биттәрендә баҫылды. Иң ҡыҙығы”С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе” уҡыусыларының сираттағы ижади командировкаһы тыуған яҡты өйрәнеү музейына булды.
Музей директоры Рәмилә Лотфуллина менән ғилми хеҙмәткәр Ләйсән Бисенғолова буласаҡ хәбәрселәрҙе ихлас ҡаршы алды. Бәхеткә, тап беҙ килгән көндө Бөйөк Еңеүҙең 77-се йыллығына арналған бай йөкмәткеле экспозиция асылғайны. «Еңелмәҫ 41-ҙәр» тип аталған күргәҙмә менән Ләйсән Ислам ҡыҙы таныштырҙы, данлы яу юлдарын үтеп ҡайтҡан экспонаттар тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Беҙҙең райондан фронтҡа китеп, ҡайтырға яҙмаған йәки яраланып тыуған яғына ҡайтҡандар хаҡында Рәмилә Садиҡ ҡыҙы бәйән итте. Уҡыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә «Ҡаһарманлыҡ дәресе» булды. Илебеҙҙең данлы тарихын, үткәнен ҡәҙерләп һаҡлаған, йәш быуынға еткереү өсөн күрер күҙгә күренмәҫ хеҙмәт башҡарған музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле булдыҡ. Һәр кем стендтарға текәлеп таныш исем-фамилиялар, йөҙҙәр эҙләне, яу ҡомартҡыларын ҡараны. Ташбулаттан булған уҡыусыбыҙ Гәүһәр Бадалова хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге яҙылған альбомда атаһының исем-шәрифтәрен тапты. Уны ысынлап та, үлгән тип уйлағандар, өс тапҡыр хәбәрһеҙ юғалды тигән хат алғандар. Әммә ул Мамай ҡурғанында барған алышта ҡаты яраланған булған һәм госпиталдән һуң ҡайтып төшкән.
Был көндә музейҙа тағы бер күргәҙмә бара ине. Бөтәһе ҡырҡлаған төр үрмәксе бер урынға йыйылған — ниндәйҙәре генә юҡ икән. Ғәҙәтиләрҙән әллә күпмегә ҙурыраҡ, ҡурҡынысыраҡ булған үрмәкселәр һәр береһе айырым, үҙенең быяла «өйөндә» йәшәй. Кеҫәрткеләр, саяндар менән бер рәттән йылан да бар. «Батша питоны»н муйындарына урап ҡарарға теләүсе ҡыйыуҙар ҙа табылды. 16 килограмлыҡ ташбаҡа, тиктормаҫ тейен дә иғтибарҙы йәлеп итте. Шулай ҙа бөтәһенә лә иң оҡшағаны енот булды. Был йәнлектең өс ҡатлы «йорт»о бар һәм иң ҡыҙығы нимә булһа ла, ашар алдынан сайҡатып ала икән. Бына шундай тәьҫораттарға байып, артабан дәресте класта дауам иттек.
Илсен ДӘҮЛӘТБАЕВ.
“С.ВОИ. ауыл хәбәрсеһе мәктәбе” уҡыусыһы.