+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 11:10

Ташҡа уйылған исемдәр юйылмаҫ

Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте «Боевое братство» ойошмаһы менән берлектә Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур сауаплы эш башҡарҙы. Әрме хеҙмәтенән үҙ аяҡтарында иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙмаған һалдаттарға — Хәлилдән Илдәр Хажинға һәм Әбделмәмбәттән Фәнис Фазылйәновҡа тыуған ауылдарында мемориаль таҡтаташтар асылды.

Ташҡа уйылған исемдәр юйылмаҫ
Ташҡа уйылған исемдәр юйылмаҫ

Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте «Боевое братство» ойошмаһы менән берлектә Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған егеттәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ҙур сауаплы эш башҡарҙы. Әрме хеҙмәтенән үҙ аяҡтарында иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙмаған һалдаттарға — Хәлилдән Илдәр Хажинға һәм Әбделмәмбәттән Фәнис Фазылйәновҡа тыуған ауылдарында мемориаль таҡтаташтар асылды.

Улдарын юғалтҡан әсәләрҙең һәм яҡын туғандарының йөрәк яраларын ҡанһыратып, ҡайғыларын яңыртһа ла, был сара ҡасан да булырға, уҙырға тейеш ине. Ташҡа уйып яҙылған хәтер бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Уның янында ауылдаштар туҡталып иҫкә алыр, бала-сағалар, күп йылдар уҙғас иһә килер быуындар исем-шәрифтәрен уҡып белер, батыр егеттәребеҙ һис ҡасан онотолмаҫ. Изге ниәтле миссияны Бөйөк Еңеү көнө алдынан атҡарыуҙан, һис шикһеҙ, мәрхүмдәрҙең рухтары шатланғандыр, уларҙы яҡты хәтер, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыуҙан яҡындарының да күңелдәре булып, йөрәктәрендәге ауыр йөк тә, күҙ йәштәре менән йыуылып сығып, бер килке бүҫкәргәндер, тип ышанғы килә.
Тыуған илгә Герой Рәүеф Дәүләтовты биргән Хәлил ауылында донъяға килгән Илдәр спортҡа таһыл, физик яҡтан көслө булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, 2002 йылдың октябрендә әрме сафына алына. Уға тиклем ике улын хәрби хеҙмәткә оҙатып көтөп алған, тормош иптәше иртә мәрхүм булып ҡалыуы сәбәпле, уландарын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килгән Һәҙиә Хажинаның кинйәһен армияға бөтөнләй ебәрмәй алып ҡалыу мөмкинлеге лә була. Әммә ир-егеткә фарыз изге ғәмәлде үтәйем тип йән атып торған төпсөгөнөң теләгенә ҡаршы килмәй. Хәрби бурысын Төньяҡ Осетия-ның Владикавказ ҡалаһында үтәгән улы тураһында хәрби часть командованиеһынан хеҙмәттәштәре араһында үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә, ил алдындағы антын намыҫ менән үтәй тигән йөкмәткеле маҡтаулы хаттар ғына алып ҡыуана әсә. Тик хеҙмәтен тултырып өйгә ҡайтыуына ай ярым самаһы ваҡыт ҡалғанда ул 2004 йылдың 20 авгусында батырҙарса һәләк була.
Ҡара ҡайғы килтергән шул көндәрҙән 18 йылға яҡын ваҡыт уҙғас, Илдәр Иршат улының исеме тыуған ауылының төп диуарына — ауыл хакимиәте бинаһына таҡтаташ булып ҡайтты. Уны асыу буйынса митингыла Хәлил халҡы һәм «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты. Биләмә башлығы Айбулат Хәйбуллин таҡтаташ ҡуйыуҙың әһәмиәтен билдәләне, егеттең әсәһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм аяҙ күк йөҙө теләп, барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотланы. Таҡтаташты асыу хоҡуғы ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Хәмзинға һәм педагогик хеҙмәт ветераны, элекке военрук һәм физкультура уҡытыусыһы Зөлфәр Байбулатовҡа бирелде.
Утты-һыуҙы кискән «Боевое братство» ойошмаһы ир-уҙамандары локаль бәрелештәрҙә ҡорбан булған хәрби дуҫтарын хөрмәт менән иҫкә алды. Халыҡ телендә Чечня тип дөйөмләштерелгән утлы тамуҡҡа 700-гә яҡын яҡташыбыҙ эләгә, 12 егеткә «ҡыҙыу нөктәнән» тере килеш әйләнеп ҡайтырға яҙмай, ә берәүһе хәбәрһеҙ юғала. Ойошма ағза-ларының һәләк булған иптәштәренең исемдәрен мәңгеләштереү, әсәләренә, яҡындарына рухи терәк булыу, улар иҫтәлегенә төрлө спорт турнирҙары ойоштороу йәһәтенән башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ. Асҡар үҙәгендә ҡалҡҡан һәйкәл быға миҫалдарҙың береһе генә. Егеттәрҙең тыуған ауылдарында таҡтаташтар ҡуйыуҙа ла ярҙамдары ҙур. Үҙҙәренә бурыс итеп алған был изге эштә ҡатнашлыҡтары булған кешеләргә ойошманың рәхмәт хаттарын тапшырҙылар. Һәҙиә апай ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Йыл һайын Әсәләр көнөндә гөлләмә тотоп килеп хәлен белешкән уҙамандар был юлы ла сәскәһеҙ килмәгәйне. «Һәр береһен улдарым кеүек яҡын күрәм», — тине Һәҙиә Фәтхетдин ҡыҙы йәштәрен һөртә-һөртә. «Боевое братство» сафында Илдәрҙең хеҙмәттәштәре — Әбйәлил ауылынан Артур Задин һәм Күсемдән Марат Ҡужин да бар ине.
Митингыла һүҙ алыусылар Илдәр тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. 6-сы кластан мәктәпте тамамлағансы класс етәксеһе булған Резеда Ейәнбирҙина уҡыусыһының «5» һәм «4» билдәләренә генә өлгәшеүен, айырыуса теүәл фәндәргә һәләтле булыуын, физкультура һәм информатика дәрестәрен яратыуын, тура һүҙле, ҡыйыу булыуын иҫкә алды. 2003 йыл аҙағында армиянан отпускыға ҡайтып киткәнендә лә, ҡәһәрле 2004-тең февралендә Сиҙәм ауылынан хеҙмәттәше Илнур Ғүмәровты, унан һуң Мәләүездән тағы бер иптәшен цинк табутта оҙатып Башҡортостанға ҡайтып китешләй тыуған ауылына һуғылғанында ла класташтары, уҡытыусыһы менән осрашырға ваҡыт табыуын һөйләне. Резеда Ибраһим ҡыҙы Илдәрҙең армиянан ебәргән һалдат фотоһын да алып килгәйне. Уның артына уҡытыусыһы ғорурланып «Класымдан беренсе һалдат — Тыуған ил һаҡсыһы» тип яҙған булған.
Мәктәптә хәрби хеҙмәт серҙәренә өйрәткән һәм шул йылдарҙа көрәш секцияһын ойошторған Зөлфәр Байбулатов егеттең шәп спортсмен булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 1995 йылда көрәш буйынса район кимәлендә еңеү яулап, И. Хажин мәктәптең тәүге чемпионы була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүрә Низамова Илдәрҙең тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен яратып үҙләштереүен телгә алды. «Ул үҙе бер башҡа һөйкөмлө һәм һөймәлекле бала булды, күк күҙле, аҡ ҡына йөҙлө булып айырылып торҙо», — тине. Илдәрҙең балалар баҡсаһы йылдары хәтирәләрен ул ваҡыттағы мөдир Нәйлә Күсәрбаева һүтте. Класташы Дания Түлебаева хаттарын һаҡлауы тураһында һөйләне. Рәхмәт һүҙе менән ағаһы Әлфир Хажин сығыш яһаны. Митинг сәскәләр һалыу менән тамамланды.

*   *   *
Әбделмәмбәт егете Фәнис Фазылйәновҡа таҡтаташ ул белем алған мәктәп диуарында ҡуйылды. Ҡыйыу егет Йәмилә һәм Хажиәхмәт Фазылйәновтар ғаиләһендә биш бала араһында уртансыһы, ике ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай булып тыуа. Яҡшы уҡый, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Спорт һөйөүе уны 9-сы кластан һуң Күмертау педагогия училищеһына, физкультура уҡытыусыһына уҡырға китеүенә сәбәпсе була. Һуңғы уҡыу йылында, дипломын да алып өлгөрмәҫтән, 1993 йылдың ноябрендә әрме сафына алына. Хеҙмәт итеү осоронда Чечен республикаһында контртеррористик операцияла ҡатнаша. Ата-әсәһе, туғандары йөрәгенә уңалмаҫ яра һалып, 1995 йылдың 19 апрелендә һәләк була. Уға был ваҡытта ни бары 19 йәш, ә әрме хеҙмәтен тултырыуға ни бары бер ай ҡалған була.
Митингыла ҡатнашыусыларҙы биләмә башлығы Айбулат Хәйбуллин, мәктәп директоры Илдар Ғибәҙәтов сәләмләне. Фәнис Хажиәхмәт улы тураһында яҡты хәтирәләре менән класс етәксеһе Рәшиҙә Хәлилова, ветеран уҡытыусы Раил Ушанов, класташы, тележурналист Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты. Һалдаттың ғаиләһе исеменән бер туған ҡустыһы Данис һүҙ алды.
— Ағайымдың Чечняла икәнен белдек. Әммә ул бер ҡасан да зарланманы, һуғыштың үҙәгендә йөрөй тип уйламаныҡ та. Һуңғы хатында: «Был минең һуңғы хатым булыр, башҡа яҙып тормайым, ҡайтырға күп ҡалманы», — тип яҙғас, хаттары өҙөлгәнгә бошонманыҡ. Ҡайта тигән өмөт-ышаныс менән көткәндә һуңғы хаты артынса үлем хәбәре килде, — тине ул 27 йыл элекке ҡурҡыныс ваҡиғаны иҫкә төшөрөп.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы нәҡ уға һәм «Боевое братство» ойошмаһы лидерҙарының береһе булған Салауат Хөснийәровҡа бирелде. Ҡаһарман ул үҫтергән Йәмилә Хәбиб ҡыҙына ла «Боевое братство» уҙамандары гөлләмә тапшырҙы. Фоторәсемдән баҡҡан һылыу егет портреты алдында тере сәскәләр. Ғүмеренең ошо сәскәләрҙәй матур сағында өҙөлөүе үкенесле...

Ташҡа уйылған исемдәр юйылмаҫ
Ташҡа уйылған исемдәр юйылмаҫ
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: