#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 55 кеше йыйылды. 18 йәштән оло ҡатнашыусылар 13 ауыл биләмәһенән килде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Уйындар көр кәйефтә, татыу мөнәсәбәттә үтә. Дартс, теннис, армрестлинг, гер, штанга күтәреү, йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнашыусылар бер-береһе өсөн “көйөп”, дуҫтарының уңышына шатлана. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Төшкө аш мәлендә дуҫтарса әңгәмә, танышыуҙыр, телефон алышыуҙар дауам итә. Барыһы ла киләһе осрашыуҙы көтөүен белдереп таралыша.
Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-05-13/k-r-k-yeft-du-tarsa-m-n-s-b-tt-2802110?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420