+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 14:29

Эшҡыуарҙарға ярҙам

Ейәнсура районынан Рәлиф Яҡшымбәтовтың “В” категориялы водителдәрҙе өйрәтеү буйынса үҙәге бер йыл инде уңышлы эшләй. Хәҙер йүнсел автодром булдырыу теләге менән яна.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бер йыл элек Ейәнсура районы йүнселе Рәлиф Яҡшымбәтов “В” категориялы водителдәрҙе өйрәтеү буйынса үҙәк асырға теләп, район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.  Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә алты кешегә эш урыны булдырыу ҡарала. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов бина табырға ҡуша. Рәлиф Дамир улы бөтә варианттарҙы ҡарап сыҡҡас, уҡыу класын ҡуртымға алыу өсөн  “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексын һайлай. Шулай уҡ эшҡыуарға тренажер һатып алыуға киткән сығымдарын ҡаплау буйынса ярҙам күрһәтелә, муниципаль программа буйынса ул 300 мең һум аҡса ала.

Проект “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автомәктәп уңышлы эшләп китә,  Сибай ҡалаһында филиалы асыла. Быйыл йүнсел йәнә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. “Кәрәкле уҡытыу-методик материал, автотренажер алдым. Әлегә тиклем һигеҙ төркөм водитель сығарҙыҡ. 123 кеше беҙҙә белем алды. Әле 9-сы төркөмдө йыябыҙ. Уртаса алғанда бер төркөмдә 25 кеше уҡый. Хәҙер үҙебеҙгә автодром ойошторорға теләйбеҙ”, – ти эшҡыуар.

Бизнес-шериф А. Салауатов проектты күтәреп алды, кәңәшмәлә уны тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһын ҡуртымға алыуға мөмкинлектәр ҡаралды, тип хәбәр итә Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Инвестиция проектына мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителә.

Фото – Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:
Читайте нас: