+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 15:05

Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе

2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылманың составы һәм үҙҡиммәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора.

Быйыл яҙ Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе. Хәҙер бүләккә һигеҙ әйбер: сумка, бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, янғынды иҫкәртеү приборы, һырыған юрған бирелә. Сабыйҙар өсөн комплекттың бөтә компоненттары яҡшы сифатлы, Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында етештерелгән, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылманың составы һәм үҙҡиммәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора. 2021 йылда бүләк йыйылмаһында биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеү приборы бар ине.

Автор:
Читайте нас: