-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 15:20

«Һәр саҡ әҙер!»

Ҡаҙмаш ауылының пионер ойошмаһы тарихынан

«Һәр саҡ әҙер!»
«Һәр саҡ әҙер!»

1907 йылда Ҡаҙмашта Усман мулла Нияҙғолов тарафынан яңыса уҡытыу мәктәбенең асылыуы ҙур үҙгәрештәргә юл яра. Мәсет тә эшләй, шул уҡ ваҡытта белемгә ынтылған йәштәр төрлө ауылдарҙан киләләр, яңыса белем алалар.
Был турала Хәжим апа Кашановтың «Оло тормошҡа тәүге баҫҡыс булды» («Осҡон» гәзитендә баҫылды) тигән мәҡәләһенән өҙөккә иғтибар итәйек.
«...Мин тыуып үҫкән Иҙәш Ҡусҡарында ул ваҡытта мәктәп тигән нәмә юҡ ине. Шуға күрә ун йәшемә тиклем уҡыу күрмәнем. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙмаш ауылында үткән быуат аҙаҡтарынан мәктәп булып, унда яңы ысул менән яҡшы кимәлдә белем бирәләр, Ҡыҙыл, Ҡағы, Үҙән буйҙарынан балалар килеп уҡығандары билдәле ине. 1924 йылдың июнь айында әсәйем менән Ҡаҙмашҡа, Сәғитулла олатайым менән Хафиза өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барыу яҙмышты хәл итте. Мин мәктәпкә уҡырға барҙым. 1911 йылда атайҙар ҡарағай ағастан бураған мәктәптә уҡый башланым. Йорттоң ике яғында кластар, уртала уҡытыусылар бүлмәһе урынлашҡан. Сәрмәндә уҡыған Мәфтуха апай Дауытова беҙҙе йыйып пионер ойошмаһы тураһында һөйләне, икенсе көндө беҙҙе пионер сафына алдылар. Был әле волостә иң беренсе пионер отряды булған икән. Бына Ҡаҙмаш мәктәбенең тәүге пионерҙары — Муллахмәт Дауытов, Әдип һәм Нәжип Нияҙғоловтар, Әсғәт һәм Әшираф Латиповтар, Хәлил Дәминов, Ваһап Файзуллин, Ғәбдинур Сафин, Вәли һәм Нуритдин Карнаев, Әнүәр Һаҙыев (Рысҡужанан), Мөбәрәк Ғәзизов, Мөхәмәтша Яҡупов, Шәрәфи Ғайсин, Нәфисә Ғәзизова, Әсмә Шәкирова, Мәхкүбә Таһирова, Хөмәйрә Зыкрина, Фәғилә Динисламова, Хәҙисә Вәхитова, Әнүәр Һатлыҡов, Йыһанур һәм Фәтхинур Рәжәповтар, Хажим Кашанов, Ғәпсәләм Һиҙиәтов, Хәжиәхмәт Абдуллин. Кемгәлер 7 йәш, арабыҙҙа 14 йәшлектәр ҙә булды. Төрлө эштәр ойоштороуҙа ихлас ҡатнаштыҡ. Шуға күрә лә беҙҙең аранан уҡытыусылар, төрлө юғары вазифаларҙа етәкселәр күп булды», — тип яҙған ул.
Мәктәпте тамамлағас Белорет ҡалаһында белем алған Әдип Нияҙғолов, унда курста булып, борғо һәм барабан алып ҡайта. Ул волостә тәүге пионервожатый була. Мәктәптә белем алған йәштәр артабан төрлө уҡыу йорттарына инеп уҡыйҙар. 1925 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ленин мәктәбендә уҡыусы Ҡаҙмаш йәштәре лә пионер, комсомол ойошмаһында тәрбиә алып, уҡытыусылар булып эшләйҙәр. Фотола һулдан икенсе Мәрхәбә Ташбулат ҡыҙы Сафина-Рәжәпова (атайымдың апайы) ултыра, һулдан алтынсы — Нажия Усман ҡыҙы Нияҙғолова, етенсе Мәфтуха Баҡый ҡыҙы Дауытова. Һулдан беренсе Мырҙағәли Фәхрислам улы Һатлыҡов тора.
Балалар ойошмаһы һәр ваҡыт оло тәрбиә мәктәбе булды. Һуңғы йылдарҙа ла беҙҙең мәктәп пионер ойошмаһы һәр саҡ алдынғылар рәтендә район, республика кимәлендә билдәлелек яуланы. Республика пионер ойошмаһының 50 йыллығына арналған тантанала делегат булып Йәмил Фәттәхов ҡатнашты. Үҙемә республика вожатыйҙарының беренсе слетында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Вафир Ғәйфуллин, Фәнил Фәттәхов «Орленок» та, Салауат Асҡаров, Зем-фира Сафиуллина һәм Альбина Кәримова «Артек»та ял итте. Улар аҙ ғына ваҡыт эсендә ҙур тәжрибә алып ҡайтып, иң әүҙем ойоштороусылар булды. Хатта Әбйәлил район һабантуйын беҙҙең мәктәп дружинаһынан 20 борғосо, 20 барабансы асыуы ла күпте һөйләй. Ҡыҙҙарға бер төҫтә ҡыҙыл юбкалар тектек. Былар барыһы ла балалар күңелендә онотолмаҫ-лыҡ хәтирә булып ҡалды.
«Зарница» уйынында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәҙисә Абдулла ҡыҙы Зираншина һәр саҡ ҡатнашты. Ысын һуғыштағы алымдарҙы балаларға аңлата ине. Яуҙан һыңар ҡул менән ҡайтһа ла, ветеран ярыштарҙан ҡалманы.
Мәктәптән бер генә пионер ҙа тәртип боҙоп йөрөмәне. Ул ғына түгел, бөтә сараларҙа ла ата-әсәләре бергә ҡатнашты. Ағас ултыртыу, өмәләр, ололарға ярҙам итеү, сөгөлдөр, картуф тәрбиәләп үҫтереүҙе лә пионерҙар атҡарҙы. Ветерандарға ярҙам итеү ҙә уларға йөкмәтелде.
Пионерҙар көнөндә слет үткәреү иң көтөп алынған байрамға әүерелеүе, бөтә ауылға күңел асыу булды тиһәм дә хата булмаҫ. Һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең ҡапҡаһына тимерҙән йондоҙ эшләп ҡуйыу, обелиск янында сбор үткәреү, спорт ярыштары, ә кискеһен тау башында костер яғыуҙы әле лә һағынып иҫкә алалар. Нисек кенә булмаһын, балаларҙы берҙәмлеккә, эшкә, үҙаллыҡҡа өйрәтеү сараһының беренсе баҫҡысы булып тап пионер ойошмаһы торҙо тип үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам. Һәр дәүерҙең үҙ тәрбиә алымы булған. Ул осорҙоң яҡшы яҡтарын хәҙер ҙә ҡулланырға мөмкин. Пионерҙар хәҙер ҙә әүҙемлектәрен юғалтмай, һәр саҡ әҙер булһындар!
Фирүзә САФИНА.
Ҡаҙмаш ауылы.

Автор:
Читайте нас: