

«Аҙна һайын бүләк!» уйынына бөгөндән башлап икешәр бүләк ҡуябыҙ. Яратҡан баҫмағыҙ «Осҡон»дан бүләкле булыу өсөн ни бары гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрергә генә кәрәклеге хаҡында һәр кем хәбәрҙар, әлбиттә.
Бөгөнгә тиклем район гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргәндәр араһында барған уйынға вәғәҙә иткән үтеккә ҡушып кер киптереү ҡулайламаһын уйнаттыҡ.
Шулай итеп, был аҙнала «Осҡон»доң әүҙем хәбәрсеһе Теләштән Зөһрә Бәшәрова үтек отто, Ишҡолдан Р. Ф. Мөхәмәтдиноваға кер киптергес эләкте. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамланыуға ни бары бер ай ваҡыт ҡала. Шуға күрә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, июль-декабрь айҙарына «Осҡон»ға яҙылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, тиҙ арала почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп, абонемент тултырығыҙ ҙа, квитанция күсермәһен беҙгә ебәреп, уйындарҙа ҡатнашығыҙ.