Йәмғиәт
27 Мая 2022, 05:30

Йөрәктәргә нур һибеүсе

Районыбыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ, бар ғүмерен мәҙәниәтте үҫтереүгә арнаған хеҙмәт кешеләре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — Буранғол ауыл китапханаһы мөдире Миңзәлә Әдип ҡыҙы Хәйруллина. Ул 37 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлаған.

Йөрәктәргә нур һибеүсеЙөрәктәргә нур һибеүсе
Йөрәктәргә нур һибеүсе

М. Хәйруллинаға байтаҡ тормош һынауҙарын да үтергә тура килә. 1984 йылдың 1 сентябрендә Өфө китапхана техникумын тамамлап тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан Миңзәлә, 28 йәшендә генә тол ҡалып, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Тормош иптәше Таһир Хәйруллин йәшләй генә юл фажиғәһендә һәләк булып яңғыҙ ҡалғас, Миңзәлә Әдип ҡыҙы бар тырышлығын яратҡан эшенә бағышлай. Буранғол мәҙәниәт йорто һәм мәктәп менән берлектә ниндәй генә саралар үткәрмәйҙәр улар! Вокал, фольклор ансамблдәрендә ихлас шөғөлләнгән китапханасыға республика күләмендә һәм Буранғол ауыл Советы буйынса үткәрелгән «Аҡ кейеҙгә баҫһам», «Тамға», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Ҡарға бутҡаһы», «Исем туйы», «Бала хаҡы — тәңре хаҡы» кеүек боронғо йолаларҙы тергеҙгән байрамдарҙы ла, юбилей кисәләрен дә үткәрергә тура килә.
Быларҙан тыш, Буранғол ауылы китапханаһында китап уҡыусылар конференциялары, яңы сыҡҡан йыйынтыҡтар буйынса фекер алышыуҙар, хеҙмәт кешеләре менән осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән. Йыл һайын район китапханасылары менән берлектә шиғыр конкурстары, «Китап уҡыусы ғаилә», «Китапхана төнө» кеүек кисәләр үткәрелеп тора. «Ә инде Афғанстанда хеҙмәт итеүселәр һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары тураһында «Йөрәк йылыһын һәм күңел нурын ҡушып» исемле китаптар донъя күргәс, уларҙың исем туйҙары ла үткәрелде. Бындай сараларҙа Вәсилә Садиҡова, Рәсилә Вәлиева кеүек сәсә-ниәләрҙең дә ҡатнашыуы — ауыл кешеләре өсөн оло бер мәртәбә булһа, улар ижад иткән ҡобайырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте бөгөн дә бик ҙур», — ти был турала Миңзәлә Хәйруллина үҙе.
Китапханала төрлө түңәрәктәр эшләй. Унда ойошторолған «Йәнтөйәк», «Һандуғас» вокал ансамблдәре иһә төрлө бәйге-сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. «Буранғолдоң илһам шишмәләре», быуындар бәйләнешен күрһәткән күргәҙмәләр ҙә маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Уларҙа ауылдың һөнәрмәндәре, ижад кешеләре тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. «Иҫтәлекле даталарға арнап күргәҙмәләр ойоштороу иһә китап уҡыусыларға мәғлүмәт биреүҙең иң мөһим сараһы», — ти китапханасы үҙҙәре ойошторған күргәҙмәләрҙең фото-рәсемдәрен күрһәтеп. Быларҙан тыш «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы булараҡ, Миңзәлә Хәйруллинаға һайлау кампанияларында рәйес, секретарь вазифаларын да башҡарырға тура килә. 2002 йылда иһә «Йыл китапханаһы» район конкурсында ҡатнашып, Буранғол китапханаһы лауреат исеменә лайыҡ була.
Миңзәлә Әдип ҡыҙы «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Мәҡәләләре даими рәүештә «Осҡон» гәзитендә, республика баҫмаларында донъя күрә.
Ғөмүмән алғанда, китапхананың эше район кимәлендә юғары баһалана. Өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған Миңзәлә Әдип ҡыҙы шәхси тормошонда өлгөлө әсәй булып ҡала. Район китапханасылары, ауылдаштары уны тырыш хеҙмәте өсөн хөрмәт итә. Был турала уға бирелгән күп һанлы Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар һөйләй.
Ғөмүмән, йыр-моңға, мәҙәниәткә ғашиҡ китапханасы китап һөйөүселәрҙә эстетик зауыҡ тәрбиәләүгә бар булмышын, ваҡытын сарыф итә. Артабан да Миңзәлә Хәйруллинаға емешле хеҙмәт, ижади асыштар, ғүмер балҡыштары теләйбеҙ.
Зөһрә КАШАПОВА.
Асҡар ауылы.

Автор:
Читайте нас