Йәмғиәт
3 Июня 2022, 11:00

Инвестиция һабантуйына ике йөҙләп ирекмән йәлеп ителгән

Бындай мөһим сараны ирекмәндәр ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаҫ ине.

Инвестиция һабантуйына ике йөҙләп ирекмән йәлеп ителгәнИнвестиция һабантуйына ике йөҙләп ирекмән йәлеп ителгән
Инвестиция һабантуйына ике йөҙләп ирекмән йәлеп ителгән

Бындай мөһим сараны ирекмәндәр ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаҫ ине. «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйын үткәреүгә Өфөнән, Бәләбәйҙән, Сибайҙан, Салауаттан, шулай уҡ Мәскәүҙән ике йөҙгә яҡын бала йәлеп ителгән.

Ирекмәндәр үҙ бурысын киләһе йүнәлештәр буйынса башҡара: ҡаршылау һәм оҙатыу, аккредитация, урынлаштырыу, навигация, протокол хеҙмәттәре, эшлекле программа ирекмәндәре.

Ирекмәндәрҙең күбеһе, йәғни 70 кеше, «Навигация» функцияһына йәлеп ителгән. Волонтер-навигаторҙар ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына алсаҡ һәм дуҫтарса яуап бирергә, форум майҙансыҡтары буйлап юл күрһәтергә, шулай уҡ кәрәк булғанда тәғәйенләнгән урынға тиклем оҙатып барырға әҙер булырға тейеш.

Сығанаҡ: pravitelstvorb

Автор:
Читайте нас