Йәмғиәт
3 Июня 2022, 06:40

Пенсия индексациялана

Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялауҙы раҫланы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялауҙы раҫланы.

Пенсия һәм йәшәү минимумы 1 июндән артырға тейеш. Илдә йәшәү минимумы уртаса 12 919 һумға еткерелә. МРОТ 1 июлдән арта — ил буйынса уртаса 15 278 һумға тиклем. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә инфляция 15% артмаҫ, тип билдәләне президент.

Бынан тыш, дәүләт башлығы хәрби һөнәрен һайлаған балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамды икеләтә арттырырға вәғәҙә бирҙе — ул 30 000 һумдан ашыу була.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас