

Ил Президенты В. Путин күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары арттылыуын хәбәр итте.Был хаҡта ул Халыҡ-ара балалар көнө уңайынан “Ата-әсә даны” ордены һәм “Ата-әсә даны” миҙалы менән наградланған ғаиләләр менән онлайн осрашыуҙа белдерҙе. Атап әйткәндә, Владимир Путин “Ата-әсә даны” ордены һәм “Ата-әсә даны” миҙалы менән наградланған ғаиләләргә аҡсалата түләмдәрҙе арттырырға тәҡдим итте. “Ошоға тиклем миҙалға бөтөнләй түләнмәне. Миҙал өсөн 200 мең һум түләргә, ә орден тапшырғанда бирелеүсе түләмде 500 мең һумға еткерергә тәҡдим итәм”, – тине ил Башлығы.– Ғөмүмән, күп балалы ғаиләләрҙе, әсәлекте, балалыҡты яҡлау буйынса сараларҙы көсәйтергә кәрәк”.