Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь , 17:00

Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса еңеүселәр билдәләнде

Сибайҙа Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы барышында стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса еңеүселәр билдәләнде
Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса еңеүселәр билдәләнде

29-30 июнендә еңеүсе команда  Ханты-Мансиҙа уҙасаҡ Global Management Challenge 2022  финалда сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан кубогының финалы 2 июндә «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы майҙансығында уҙҙы. Унда 8 команда ҡатнашты: «УҢЫШЛЫҠ» (Туймазы, Балаҡатай һәм Күгәрсен райондары), «10-сы команда» (Яңауыл, Ағиҙел һәм Бишбүләк райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы), «Еңеү өсөн» (Бәләбәй һәм Ишембай райондары, Салауат ҡалаһы), «Эшлекле кешеләр» (Салауат, Миәкә һәм Саҡмағош райондары), «Бизнес Практика» (Стәрлетамаҡ районы, Ағиҙел ҡалаһы), « IZI » (Дәүләкән, Шаран һәм Йәрмәкәй райондары, Сибай ҡалаһы),  «Road to victory?» (Хәйбулла, Нуриман, Краснокама һәм Йәрмәкәй райондары), «Алға» (Тәтешле, Иглин, Благовар һәм Борай райондары). Ярыш йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды «IZI» командаһы яуланы. Икенсе урынды «Бизнес Практика» командаһы яуланы. Беренсе урынды “Еңеү өсөн” командаһы еңеүсе булды һәм халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан исеменән Ханты-Мансиҙан  сығыш яһаясаҡ.

        Шуны ла әйтер кәрәк, быйыл Кубок программаһында тәүге тапҡыр практик күнекмәләр үтте, унда «Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт берекмәләре һәм республиканың бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре составындағы командалар ҡатнашты. Практика йомғаҡтары буйынса шулай уҡ иң юғары һөҙөмтә күрһәткән иң яҡшы команда билдәләнде. Ул - Башҡортостан Республикаһының Стратегик асыштар үҙәге командаһы. Практикала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тейешле сертификаттар алды.

Автор:
Читайте нас в