Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь , 08:20

Эш биреүселәргә ярҙам

Төбәктә эш биреүселәр йәштәрҙе эшкә урынлаштырған өсөн 250 миллион һум алыу мөмкинлегенә эйә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Эш биреүселәргә ярҙам
Эш биреүселәргә ярҙам

Республикала эшкә алыу программаһын субсидиялау икенсе йыл тормошҡа ашырыла һәм хәҙер йәш эшһеҙҙәргә йүнәлтелгән.   Башҡортостандағы  предприятиелар йәш эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырған  өсөн федераль бюджеттан субсидия формаһында  251,1 миллион һумға тиклем аҡса йәлеп итә ала. 2022 йылдың 25 майына ҡарата республикала 240 эш биреүсе ошо дәүләт ярҙамын алыуға 525 ғариза биргән. Программаның шарты буйынса, быйыл субсидияға  16-нан 30 йәшкә тиклемге граждандарҙы эшкә урынлаштырғандар дәғүә итә ала. Хөкүмәт,  йәш балалары булған граждандарҙы, инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң дүрт ай эсендә эшкә урынлашмаған йәштәрҙе, урта һөнәри һәм юғары белеме булмаған йәштәрҙе, етем балаларҙы һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған кешеләрҙе эшкә урынлаштырған эш биреүселәргә финанс яҡтан ярҙам итә. Эш биреүсе ошо категориянан эшкә урынлашҡан бер кеше өсөн 20,7-шәр мең һумдан өс түләү ала. Түләүҙәр хеҙмәткәр эшләгән тәүге, өсөнсө һәм алтынсы айҙарҙа тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, компания һәр хеҙмәткәр өсөн ярты йылда 62,4 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Башҡортостанға был маҡсатта  4025 кешегә квота бүленгән. Программала ҡатнашырға йыйынған эш биреүселәр РФ Социаль страховкалау фондына тейешле ғаризалар бирергә тейеш. Субсидиялар килешеү төҙөмәйенсә бирелә. Компаниялар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға иҫәп тота ала. Субсидияланған яллау программаһында ҡатнашыу өсөн эш биреүсе «Рәсәйҙә эш» дәүләт порталында теркәлергә һәм асыҡ вакансиялар исемлеген күрһәтергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в