Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь , 08:30

«Герой-әсә» маҡтаулы исеме тергеҙелә

Владимир Путин «Герой-әсә» исемен тергеҙергә һәм миллион һумлыҡ түләү индерергә тәҡдим итте. #ВладимирПутин

«Герой-әсә» маҡтаулы исеме тергеҙелә
«Герой-әсә» маҡтаулы исеме тергеҙелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исемде тергеҙергә тәҡдим итте, ул ошо фекерҙе видеоконференция режимында уҙған «Ата-әсәлек даны» ордендары менән бүләкләнгән ғаиләләр менән осрашыуҙа белдерҙе. Дәүләт башлығы аңлатыуынса, Рәсәйҙә  Президенттың күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса саралар тураһындағы указының положениеларын «етди яңыртырға һәм киңәйтергә» хәл ителгән. «Шул иҫәптән Совет заманындағы булған  "Герой-әсә" тигән маҡтаулы исемделә  кире ҡайтарырға теләйем», - тип белдергән ул. Бынан тыш, Рәсәйҙә махсус түләү индерергә ниәтләйҙәр, әйтәйек ошо исемгә лайыҡ булған әсәләргә миллион һум биреләсәк. Дәүләт Башлығы фекеренсә, илдә күп балалы ғаиләләргә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү буйынса сараларҙы  арттырыр кәрәк. Бынан тыш, ул күп балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека программаһын 2023 йылдың аҙағына тиклем оҙайтырға ҡарар итеүҙәрен еткергән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в