Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь , 11:30

“Бала табыу өсөн 100 сәбәп” һүрәттәр конкурсында ҡатнашығыҙ!

15 июлгә тиклем “Бала табыу өсөн 100 сәбәп” конкурсына һүрәттәр, постар, видеолар ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.

“Бала табыу өсөн 100 сәбәп” һүрәттәр конкурсында ҡатнашығыҙ!
“Бала табыу өсөн 100 сәбәп” һүрәттәр конкурсында ҡатнашығыҙ!

Конкурс “Башҡортостан әсәләре”  коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған “Уйлап бала тап” проектына ярашлы үткәрелә.  Проект етәксеһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Башҡортостан әсәләре” ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фәрәхова. Ойоштороусылар ун еңеүсене билдәләйәсәк, улар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

Эштәрҙе [email protected] почтаһына йәки “Башҡортостан әсәләре” ойошмаһына https://vk.com/materirb ебәрергә була.

Конкурс эштәре өлгөһө менән танышырға мөмкин – https://:vk.com/wall-202856151_169

“Бала тап” проекты ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығын һаҡлауға, аборттарҙы булдырмауға йүнәлтелгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в