Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь , 11:15

Маҡсатлы эшкә тотонорға ниәтең бармы? Грант ал!

БР Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашыусы һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы дәүләткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын биреүгә конкурс иғлан итә.

Конкурстың дөйөм бюджеты 101,5 миллион һум тәшкил итә. Бер проектҡа гранттың максималь күләме өс миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.ь Заявкалар 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тормошҡа ашырылған, хөкүмәткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау; ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеү; республика мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихи хәтерен һаҡлау; һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау; фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, хайуандарҙы яҡлау;

милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу буйынса  проекттарҙы тәҡдим итергә мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми сайтында: https://грантыглавы102.рф/.

Конкурстың положениеһы менән проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон:

7 903 311 69 37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу бүлеге),

7 967 453 92 72 (финанс бүлеге),

7 967 453 9259 (белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге).

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в