Йәмғиәт
10 Июня 2022, 13:10

Ихаталарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк

Быйыл "Башҡортостан ихаталары" программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән, һөҙөмтәлә бер йәй эсендә 200 матур ихата барлыҡҡа киләсәк

Добавить в предпочтительные источники Google

Программа күп фатирлы йорттарҙың эргә-тирәһен төҙөкләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Былтыр был программа буйынса 120 ихата тәртипкә килтерелгән.  Программа буйынса резина япма менән балалар, спорт-уйын майҙансыҡтары эшләнә, парковка урындары булдырыла, ихата алдары тәртипкә килтерелә, өҫтәмә яҡтыртыу ҡуйыла, видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Был эш республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм ете районында тормошҡа ашырыла. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас