+22 °С
Ясна
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һаны йылына 140 миллионға тиклем арттырыласаҡ.
Свердловск өлкәһе “Ҙур Урал” макротөбәге туристик төбәк проектына инде. Урал төбәктәре араһында Свердловск өлкәһендә өлкә, дәүләт һәм муниципаль музейҙар күпселекте тәшкил итә. Уларҙың һаны 800-ҙән артып китә. Төбәктең музей фондында ике миллиондан ашыу уникаль тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәр һаҡлана.
Берҙәм туристик навигация, визит-үҙәктәр селтәре һәм төбәк-ара маршруттар “Ҙур Урал” макротөбәге сиктәрендә булдырыласаҡ. Уға Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре инәсәк.