Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 10:20

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Башҡортостанда барлыҡ категория ер участкаларында дәүләт кадастр баһаламаһы тамамланды.  

Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Өлгөрөп ҡалығыҙ!

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә ергә яңынан хаҡ ҡуйыу бара. Раҫланған кадастр баһаламаһы һөҙөмтәләре 2023 йылда ер һалымын иҫәпләүҙә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостандың Дәүләт кадастр баһаламаһы һәм техник инвентарлаштырыу дәүләт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән.

“Росреестр”ҙың сайтында (https://rosreestr.gov.ru/) был алдан әҙерләнгән отчет менән таныша һәм 8 июлгә тиклем үҙ иҫкәрмәләрегеҙҙе белдерә алаһығыҙ.

“Росреестр”ҙың төбәк идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, үрҙә әйтелгән сайттағы Дәүләт кадастр баһаламаһы фондындағы ер участкаһын кадастр һаны буйынса эҙләү процесты күпкә еңелләштерәсәк.

Ер участкалары, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттарҙы, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын үҫеше буйынса совет кәңәшмәләренең береһендә тормошҡа ашырыу 2024 йылда ғына сикләнмәйәсәк, 2030 йылға тиклем оҙайтыла тип белдергәйне.

Фото: market-crimea.com

Автор:
Читайте нас в