Йәмғиәт
24 Июня 2022, 05:42

Ерҙәге фәрештәләр байрамы

Пандемия шарттарында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдарын билдәләргә форсат булманы. Ниһайәт, коронавирус бергилке сигенгәс, аҡ халатлылар үҙҙәренең хеҙмәт байрамын билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ерҙәге фәрештәләр байрамыЕрҙәге фәрештәләр байрамы
Ерҙәге фәрештәләр байрамы

Үҙ ғүмерендә кешенең сифатлы медицина ярҙамы һорап күпме тапҡыр аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итеүен ошоғаса бер кем дә һанап ҡарамаған. Ә ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй? Шуға күрә күңелендә һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хисе йөрөтмәгән бер кем дә юҡтыр донъяла, тип фараз ҡылырға ҡала. Бигерәк тә бөтә ер йөҙөн баҫып алған коронавирус пандемияһы менән көрәшеп үткән һуңғы ике йыл мәңгегә тарих биттәрендә ҡаласаҡ. Бик күп талантлы табиптар, миһырбанлы шәфҡәт туташтары, санитар хеҙмәткәрҙәр башҡалар ғүмерен һаҡлап ҡалыу хаҡына хеҙмәт фронтында үҙҙәре ҡорбан булды. Үткәндәрҙән мәғлүм булыуынса, һәр заманда сир-зәхмәттәр, ҡурҡыныс эпидемиялар сығып торған. Әммә сәләмәтлек һағында тороусыларҙың белем һәм дауалау көсө, профилактик йүнәлештәге эштәре менән кешеләрҙең йәнен алған, аяҡтан йыҡҡан күҙгә күренмәгән дошман сигенә килгән. Заман медицинаһы ковидты ла еңергә һәләтле вакцина уйлап тапты. Бына шуға күрә райондың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре көндәлек тынғыһыҙ эштәренән бер аҙға айырылып, аҡ халаттары урынына байрамса күлдәктәрен кейеп, район мәҙәниәт йортонда үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләргә йыйылыу яйын тапты. Бары дежур хеҙмәткәрҙәр генә эш урынында ҡалды. Өс йыллыҡ байрамды берләштергәс, һөнәргә тоғролоҡ, хеҙмәт оҫталы-ғы һәм ҡаҙаныштар өсөн наградаларға лайыҡ булыусылар өсләтә күп булды.
Тәү сиратта мәрхәмәтле һөнәр эйәләрен район башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне:
— Йөрәк ҡушыуы буйынса мөһим һәм кәрәкле һөнәр һайлаған һәм ошо өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәре, ысын мәғәнәһендә, оло рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡлы. Һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ, биргән антығыҙға тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, ҡатмарлы шарттарҙа һалҡын аҡыл менән дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ күпме ғүмерҙәрҙе үлем тырнағынан ҡотҡара, ауырыуҙарҙа йәшәүгә өмөт уята. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, һаҡлап ҡалынған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт. Хатта иң ҡурҡыныс тойолған коронавирус пандемияһы ла һеҙҙең көс-ҡеүәт алдында теҙ сүкте, — тип ерҙәге фәрештәләр адресына бик матур һүҙҙәр әйтте Илдар Таһир улы.
Хөрмәтле коллегаларын райондың баш табибы И. Р. Килдейәров йылы итеп ҡотланы. Үҙе ошо ҡаҙанда ҡайнаған кеше генә медиктар хеҙмәтенең еңел булмауын яҡшы аңлай. Медицина ветерандарына ла рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Илгиз Рәсүл улы сығышында артабан район дауаханаһының тормошона туҡталды. Бөгөн үҙәк дауаханала 592 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 83 табип һәм 509 урта һәм кесе персонал эшләй. Былтыр районға өс табип эшкә килгән, коллектив 13 урта медицина хеҙмәткәре менән тулыланған. Ағымдағы йылдың авгусында тағы ла ике белгес — дерматолог һәм хирург килеүе көтөлә.
2021 йылда дауахананың матди-техник базаһы һанлы флюорограф, рентген-аппарат, маммограф, ике эндоскоп һәм УЗИ аппараттарына байыған. Автопаркка ике яңы машина өҫтәлгән, уларҙың берәүһе — Лада-Ларгус автомобиле инвалидтарҙы алып йөрөүгә ҡулайлаштырылған. Яңы йыл алдынан ғына Шәрип һәм Яңы Балапан ауылдарында модулле фельдшер-акушер пункттары асылған. Киләһе йылда күптән көтөлгән компьютер томографияһы аппараты, ике УЗИ һәм бер эндоскоп килеүе көтөлә. Шулай уҡ 2023 йылға Яҡтыгүл һәм Мәйгәште ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөү планлаштырылған, үҙәк район дауаханаһы янында балалар поликлиникаһы төҙөүгә документтар әҙерләнә. Хеҙмәт шарттарының яҡшырасағы, заманса ҡорамалдар киләсәге тураһында баш табип еткергән яңылыҡтарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре алҡышлап ҡабул итте.
Илгиз Рәсүл улы бөтә коллектив исеменән пандемия осоронда ярҙамдарынан айырмағандары өсөн район башлығы Илдар Нафиҡовҡа, район Советы депутаттары корпусына һәм шәхси эшҡыуар Илшат Мөхәмәтдиновҡа үҙәк район дауаханаһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Илшат Хәсән улы байрамға үҙе лә буш ҡул менән килмәгәйне — бүләген хосписҡа бирҙе.
Үрҙә әйтеүемсә, наградланыусылар бик күп булды. Шулар араһынан почетлы исемдәргә, ведомство һәм район наградаларына лайыҡ булғандарҙы һанап китмәксемен.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә тос өлөш индергәне, һөнәри бурысты үтәүҙә фиҙаҡәрлеге һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн үҙәк район дауаханаһының медицина буйынса баш табип урынбаҫары Гөлфиә Хәлиловаға РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. «РФ һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» маҡтаулы билдәһе клиник лаборатор диагностикалау табибы Азат Аслаев, дарыухана хеҙмәткәре Динара Ғәлиуллина һәм инфекция бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Фирҙәүес Шаһивәлиева күкрәгенә ҡаҙалды.
Үҙәк дауахананың баш шәфҡәт туташы Наталья Гәрәеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеме бирелде. Хирургия бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Айгөл Мөхтәрова, акушер-гинеколог Нэля Хәйбуллина, невролог Гөлназ Ихсанова, Тупаҡ ФАП-ы фельдшеры Әнүзә Хөбитдинова, шәфҡәт туташтары — поликлиниканан Розалия Миңдейәрова, Таштимер табип амбулаторияһынан Әлмира Сәйфуллина, хирургия бүлексәһенән Йәмилә Әүбәкерова, неврологиянан Рәмзиә Моратшина, гинекологиянан Әнисә Ғималова «БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» исеменә лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау системаһында намыҫлы хеҙмәт иткән акушер-гинеколог Мөнирә Хафизоваға «Почетлы остаз» билдәһе, табип-статист Әлфиә Фәррәхова менән анестезиолог-реаниматолог Әминә Мостафинаға РФ һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты бирелде.
Бер төркөм табиптар — үҙәк дауахананың профилактика бүлексәһе мөдире Ренат Мәһәҙиев, Таштимер табип амбулаторияһы стоматологы Шамил Йәрмөхәмәтов, Амангилде табип амбулаторияһының дөйөм практика табибы Зөһрә Аҡманова, поликлиника стоматологы Альбина Айытбаева, Рәхмәт, Ишҡол ауылдары фельдшерҙары Айгөл Ғирфанова, Фәрхизә Сафина, шәфҡәт туташтары — поликлиниканан Гөлнур Мәхмүтова, анестезист Гөлфиә Шаһимәрҙәнова, стоматология кабинетынан Сәғилә Мөхәмәҙина, терапия бүлексәһенән Миләүшә Оморҙаҡова, хирургиянан Флүзә Хисмәтова, Байым участка дауаханаһынан Миңзәйнәп Яҡупова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Педиатр Әлфиә Сабитова, хирург Азамат Сәйфуллин, Рысҡужа, Таштуй, Юлдаш ауылдарынан фельдшерҙар Гөлсиә Абдрахманова, Лаура Йыһаннурова, Рәғиҙә Килдейәрова, лаборатория технигы Ләйсән Рысйәнова, Буранғол дөйөм практика табибы бүлексәһе акушеры Гөлсөм Баязитова, Йәнгел табип амбулаторияһы акушеры Әсфиә Мөхәмәтдинова һәм шәфҡәт туташтары — балалар консультацияһынан Лилиә Булатова, инфекция бүлексәһенән Әлмира Баязитова, көндөҙгө стационарҙан Сәйҙә Исҡужина, терапиянан Гүзәл Рысйәнова, профилактика бүлексәһенән Гөлфирә Низамова, кадрҙар бүлеге етәксеһе Динә Кучаева Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының рәхмәт хаттарын алды.
Донъяуи күләмдәге саралар ойоштороуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән яҡташтарыбыҙ ҙа тәбрикләнде. Пекинда уҙған XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй Федерацияһы спортсылары йыйылма командаһын әҙерләүҙә һәм медицина оҙатыуын ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дарыухана хеҙмәткәре Динара Ғәлиуллина һәм шәфҡәт туташы Айгөл Сабитоваға Рәсәй федераль медик-биологик агентлығының рәхмәте белдерелде. VI Бөтә донъя Фольклориадаһын ойоштороуға һәм үткәрәүгә индергән тос өлөштәре өсөн табип Азат Аслаев, шәфҡәт туташы Айгөл Мөхтәрова һәм медбрат Ғәзиз Баймөхәмәтов Фольклориада комитетының Рәхмәт хатын алды.
Район хакимиәтенең Почет грамотаһына анестезиолог-реаниматор Юлиә Мөхәмәтдинова, Йәнгел табип амбулаторияһы стоматологы Булат Сибаев, Байым участка дауаханаһы фельдшеры Флүзә Миңлебаева, Красная Башкирия табип амбулаторияһы шәфҡәт туташы Венера Андреева, медицина статисы Зилиә Ғәлиуллина һәм йыйыштырыусы Раушания Итекәева лайыҡ булды.
Һөнәри байрам айҡанлы баш табип урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова бихисап коллегаларына үҙәк район дауаханаһы етәкселегенең почет грамоталарын тапшырҙы. Профсоюз ойошмаһы рәйесе Р. Р. Манапов һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының Почет грамоталарын һәм ҡиммәтле бүләктәрен өләште. Баш шәфҡәт туташы Н. А. Гәрәева тиҫтәгә яҡын урта медицина персоналын республика медицина белгестәре ассоциацияһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Медицина ветерандары — фельдшерҙар Дәүләттән Зәһинә Бижанова, Нияҙғолдан Сәкинә Билалова, Первомайҙан Мөхәмәт Вәлиев, Буранғолдан Вәсилә Итекәева һәм үҙәк дауахана лаборанты Рәйлә Вәлиева иҫтәлекле бүләктәр менән лайыҡлы ялға оҙатылды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас