

"Айыҡ ауыл-2021" бәйгеһенең финалына, билдәле булыуынса, Башҡортостандың 54 ауылы сыҡҡайны. Улар иҫәбендә беҙҙең райондың Ишкилде ауылы ла булды.
Конкурс еңеүселәре, халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән дүрт номинацияла билдәләнде, уларға бирелгән сумма, әйткәндәй, бәйгенең бүләк фонды - 40 миллион һум тәшкил итә, ауылдарҙың ҙурлығына ҡарап айырыла.
Үкенесле, әммә беҙҙең ишкилделәр еңеүселәр иҫәбенә инә алманы. Шулай ҙа рсепублика бәйгееһендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн диплом һәм махсус приз –компьютер йыйылмаһы менән бүләкләнде.
Хәбәр итеүебеҙсә, ошо сара сиктәрендә район хакимиәте башлығы Илджар Нафиҡов Хөкүмәттең рәхмәт хатына, Ишкилде ауыл клубы мөдире Сәүҙә Шаһивәлиева республиканың мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатына һәм махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Ошо конкурс сиктәрендә уҙғарылған сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған саралар, эштәр "Һаулыҡ" милли проектын бойомға ашырыуға ла үҙ өлөшөн индерә.