Йәмғиәт
27 Июня 2022, 04:30

Ауылдарға автолавкалар йөрөйәсәк

Мобиль сауҙа - автолавкалар алыҫ биләмәләрҙәге халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Мобиль сауҙа - автолавкалар алыҫ биләмәләрҙәге халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге яҙмаһында  белдереүенсә, Башҡортостанда 4,5 мең ауыл бар, уларҙа республика халҡының 40 проценты тиерлек йәшәй. Уларҙағы халыҡты сауҙа йәһәтенән хеҙмәәтләндереү маҡсатында  күсмә сауҙа ны үҫтереү – автолавкалар ярҙамында  хәл ителәсәк.

Мобиль сауҙа алыҫ биләмәләрҙәге халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә ҡайһы бер райондарҙа эшҡыуарҙар өсөн бизнестың был төрө ваҡлап һатыу күләме бәләкәйлеге һәм автолавкаға сығымдарҙың күплеге һөҙөмтәһендә табышлы түгел икән. 

 “Күсмә сауҙаны үҫтереү өсөн беҙ эшҡыуарҙарға автотранспорт алыуға сығымдарҙы 50 процентҡа тиклем компенсациялаясаҡбыҙ. Был 33 мең кеше йәшәгән 350 ауылды сауҙа менән тәьмин итергә һәм 25 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Был шәхси хужалыҡтарҙы үҫтергән продукцияларын гарантиялы һатыу механизмы иҫәбенә үҫешкә дәртләндерәсәк. Шуның менән бергә ауылдарҙа тормош кимәлен һәм сифатын яҡшыртасаҡбыҙ” – тип яҙа Премьер-министр.

Фото: ufa-news.net

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас