Йәмғиәт
27 Июнь 2022, 11:31

«Шүлгәнташ» музей комплексы асыла

Бөгөн, Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 9 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы хаҡында хәбәр итте.

Бөгөн, Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 9 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы хаҡында хәбәр итте. Был — Рәсәйҙә берҙән-бер палеолит осороноң ҡая сәнғәте музейы. Музей комплексы экспозицияһы ете тематик блоктан тора. Боронғо рәсемдәрҙең Францияның Монтиньяк ҡалаһында эшләнгән күсермәһе — иң сағыу экспонаттарҙың береһе.

«Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы президентының һәм ҙур ғилми делегацияның килеүен көтәбеҙ. Музей комплексында ике ҙур ғилми конференция уҙғарырға уйлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Фото:Олег Яровиков

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-27/9-iyuld-sh-lg-ntash-muzey-kompleksy-asyla-2855266

 

Автор:
Читайте нас