Йәмғиәт
29 Июня 2022, 06:35

Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа

Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Туғандаш республикабыҙҙың баш ҡалаһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашып, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһен һәм Башҡорт ырыуҙары картаһын күрһәтте.

Тәбрикләү сығышында ҡала мэры Олег Бекмеметьев ҙур илебеҙҙәге һәр байрамдың интернациональ һыҙатлы булыуын билдәләне. Шул иҫәптән – һабантуй ҙа. Уның тамырҙары Волга буйы төркиҙәре мәҙәниәтенә барып тоташа.«Һабантуй бар халыҡтарҙың уртаҡ байрамына әйләнде. Унда төрлө милләт вәкилдәре ихлас ҡатнаша, барыһы ла сара хужаларының ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге арҡаһында үҙҙәрен бында иркен, уңайлы тоя. Һис һүҙһеҙ, был – уртаҡ мәҙәниәтебеҙҙең сағыу өлгөһө. Ошо изге йоланы бергәләп дауам итәсәкбеҙ!” — тине Олег Николаевич.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе – делегация етәксеһе Юлдаш Йосопов уҡып ишеттерҙе. Ул урындағы халыҡты матур байрам уңайынан ихлас ҡотланы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас