Был туралағы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Әлегә тиклем был дәүләт ярҙамы сараһы килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған граждандар өсөн генә ғәмәлдә ине, хәҙер уны халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле киңәйттеләр.
“Был күп бәләкәй предприятиеларға, уларҙың күптәре ғаилә эше, бизнес форматын үҙгәртергә, эштәрен һаҡлап ҡалырға йәки яңыһын асырға, эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип белдерҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Дисквалификацияланыусылар реестрында булмау, шулай уҡ һалымдәр һәм йыйымдар түләү буйынса 10 мең һумдан артыҡ бурыс булмауы түләм алыуҙың төп шарты булып тора.