Йәмғиәт
29 Июня 2022, 06:15

Изге эш башҡарҙыҡ

Ишбулдылар булдыҡлы.

Изге эш башҡарҙыҡИзге эш башҡарҙыҡ
Изге эш башҡарҙыҡ

Зыярат — изге урын, унда һәр кемдең ата-әсәһе, олатай-өләсәһе, туғандары һуңғы төйәк тапҡан. Шуға таҙартып, тәрбиәле итеп тотоу барыбыҙҙың да изге бурысы.
Ишбулды ауылы халҡына был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашырға ҡарар итеп, зыяраттың кәртәһен яңыртырға килешә. Һәр йорттан аҡса йыйыуҙы ла һүҙһеҙ башҡаралар. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы дәррәү өмәгә сығып, зыяраттың кәртәһен яңыртты һәм буяп ҡуйҙы. Олоһо ла, кесеһе лә был изге эштә әүҙем ҡатнашты, Хәлил биләмәһе хакимиәте башлығы Айбулат Хәйбуллин, ауылдың имам-хатибы Юлай Хәйбуллин дә ситтә ҡалманы. Староста Таңатар Шәмсетдинов өмәселәргә сәй табыны ойошторҙо. Бергәләп дөргөн генә эшләгәс, күмәкләшеп сәй эсеп, ауыл хәлдәре тураһында һөйләштек. Өмәнән һәр кем ҡәнәғәт булып ҡайтты.
Оло эш башҡарып, һауап алған ауылдаштарыма рәхмәт! Һәр саҡ шулай берҙәм, бергә булайыҡ. Мәрхүм туғандарыбыҙҙың мәңгелек йортон, ҡәберлектәрен таҙа, төҙөк тотоу динебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һанлау бит ул.
Мөслимә МОТАЛОВА.
“С.ВОИ” ауыл хәбәрселәре мәктәбе” уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас