+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2022, 08:20

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ

Руслан Шәғәлин проекты менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 2022 йылда сығыш яһай. Бизнес-проектҡа ярашлы, бында тюбинг-трасса эшләү, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр, кафе-ҡунаҡханалар, балалар майҙансыҡтары, бағыр үрсетеү өсөн быуа булдырыу ҡаралған. Әле төҙөлөш әүҙем бара. Яһалма мәмерйә, балыҡ тотоу өсөн быуа эшләнгән, инеү урыны ла әҙерләнә.

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Руслан Шәғәлин проекты менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 2022 йылда сығыш яһай. Бизнес-проектҡа ярашлы, бында тюбинг-трасса эшләү, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр, кафе-ҡунаҡханалар, балалар майҙансыҡтары, бағыр үрсетеү өсөн быуа булдырыу ҡаралған. Әле төҙөлөш әүҙем бара. Яһалма мәмерйә, балыҡ тотоу өсөн быуа эшләнгән, инеү урыны ла әҙерләнә. 

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә райондың бизнес-шерифы Артур Дәүләтбаев Руслан Шәғәлиндың “Урал батыр” турист базаһы” инвестиция проектының бойомға ашырылыуын ҡараны, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Турист базаһын боронғо ҡәлғә стилендә эшләргә булдым. Ял урыны ҡыҙыҡ булһын, иҫтә ҡалһын, ә беҙҙең “Урал батыр” ял базаһында төшкән фотолар йәмле Әбйәлил районы хаҡында матур хәтирәләр һаҡлар. Был проектты тормошҡа ашырғас, ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өҫтөндә эшләргә ниәтләйбеҙ, – ти Руслан Шәғәлин.

“Бындай инвестиция проекттары район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн бик ҡыҙыҡ. Асҡар ауылында урынлашҡан ял базаһында эш урындары ла булдырыла. Эшҡыуар менән һөйләшеп, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән ярҙам саралары менән таныштырҙыҡ. Руслан тағы ла инвестиция проекттарын бойомға ашырыр, тигән өмөттәмен. Уның идеялары күп, беҙ уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итербеҙ”, – ти бизнес-шериф Артур Дәүләтбаев.

Фото – Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-06-30/y-y-bul-yn-i-t-al-yn-2858857?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
Автор:
Читайте нас: