+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2022, 10:10

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө

8 июлдә матур байрам — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ил башлығы Владимир Путин яңыраҡ уны рәсми байрам итеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ғаилә статусын, абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарылған был байрам көнөндә татыу, өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләү саралары уҙғарыласаҡ.

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө

  Нияҙғол ауылында ғүмер иткән Гөлсинә менән Нәжип Шәрәфетдиновтар ғаиләһе бар яҡтан үрнәк булырлыҡ. Ауылдың күрке, йәме булып, тырышып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр.

  Йүнсел, булдыҡлы йәштәрҙең танышыуы ла эш өҫтөндә тигәндәй булған. Тирмәнгә барып он һалдыртып ҡайтып килгән Нәжип туҡталыш янында сейә һатып торған ҡыҙҙы күрә. Үҙе лә бешкән сейәләй тулышҡан һылыу егеткә шунда уҡ оҡшай. Дуҫлашып, бер-береһен һынағас, никахлашып, тормош юлын бергә етәкләшеп уҙырға вәғәҙәләшәләр. Иҫке Балапандан килен булып төшкән Гөлсинә уңғанлығы, бөтмөрлөгө менән дан ала. Нәжип тә төшөп ҡалғандарҙан түгел, нимәгә тотонһа ла, ипле, ҡулы эш рәте белә. Радио-телевизор йүнәтһенме, трактор-машина ремонтлаһынмы, ағас эше менән булашһынмы, электр һуҙһынмы — барыһына ла өлгөрә.

 Ғаилә башлығы Нәжип Заһир улы Айыуһаҙы ауылында крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп йөрөй, ә Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы ауылда клубта, һуңынан мәктәптә ашнаҡсы, йыйыштырыусы булған. Тик быйыл башланғыс мәктәпте ябыу сәбәпле, эшһеҙ тороп ҡалған. “Бер эштән дә ҡурҡмайым, беҙҙең төбәктә эш күп, миңә тигәне табылыр”, — тип шаярта.

 Йәштәр икеһе лә күп балалы ғаилә үҫкән, шуға үҙҙәре лә донъя ауыр тип тормай, биш балаға ғүмер биргән. Ишле ғаиләнең күмәкләп бергә йыйылған бәхетле мәленә тура килдек. Иң өлкән улдары Илһам ошо көндәрҙә яҡындарын ҡыуандырып әрме хеҙмәтенән ҡайтып төшкән. Шундай ҡыуаныс өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, командирҙары улдарына яҡшы тәрбиә биреп, өлгөлө, тырыш итеп үҫтергәндәре өсөн командирҙары Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы менән Нәжип Заһир улына Рәхмәт хаты яҙып ебәргән. Хеҙмәттәштәре араһында абруй менән файҙаланыуы, бар яҡтан башҡаларға үрнәк булыуы тураһында уҡыу ғорурлыҡ тойғоһо уята. Илһам тиклем Белорет металлургия колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерергә өлгөргән. Ағаһының үксәһенә етеп килгән икенсе улдары Ислам да ошо уҡ колледжда электрикка уҡып йөрөй, быйыл өсөнсө курсҡа барасаҡ. Ҡыҙҙары Нурия Сибай гимназия-интернатында һигеҙенсе класты бөтөргән. Нурзилә 4-се класҡа Белорет лицей-интернатына барасаҡ. Иң бәләкәстәре, иркә Гөлфиәгә 5 йәш кенә.

 — Беҙҙең өсөн иң мөһиме, балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә, белем биреү, һөнәрле итеп оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу. Шуға ла ҡала мәктәптәренә бирҙек, үҙаллыҡҡа өйрәнәләр,  — ти Шәрәфетдиновтар.

 “Әсәнән күргән —тун бескән, атанан күргән — уҡ юнған” тигән әйтем был ғаиләгә тура килә.  Ысынлап та, малайҙар һәр саҡ атаһы янында ир-егеттәр эшен күреп-белеп үҫкән, техниканы биш бармаҡтарылай белә. Оҫта ҡуллы аталары ҙур хужалығында кәрәкле, бесән сабыу, тейәү өсөн техника эшләгәндә улдары ла ҡарап, өйрәнеп тора. Эш араһында үҙе лә кире ҡылыҡтарҙы өнәмәгән атай малайҙарын эсеү-тартыу алама ғәҙәт, насар юлға бер баҫһағыҙ кире сығыуы ауыр тип күңелдәренә һеңдерә.

  Ҡыҙҙар өйҙә, әсәләре янында, ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша, аш-һыуға маһир хужабикәнән бешеренеү нескәлектәренә төшөнә, бәйләү-тегеүгә өйрәтә. Ҡыҙҙар шәп — кәрәк икән, һыйыр ҙа һауа, сепарат та һалалар. Ҙур ғаиләлә балалар ҡул араһына иртә ингән, бында эште, һинеке, минекенә бүлеп тормайҙар. Һыйыр-һарыҡтарҙы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә өй беренсә көтәләр, тимер юлы яҡын булғас, малды үҙ иркенә йөрөтмәйҙәр. Ауыл бәләкәй, сират та һә тигәнсә килеп етә, бер нисә көнгә көтөүгә сығалар. Йәй-көҙ айҙары тырыш ғаиләнең аҡса эшләп ҡала торған мәле. Еләк-емеш, бәшмәк йыйып, өҫтәмә табыш алалар. Был күптәр уйлағанса, анһат аҡса түгел, иртә таңдан тороп урман ҡыҙырып, йыйырға, унан һатырға кәрәк. Уның араһында ҡышҡылыҡҡа еткәндәй, варенье-компот ҡайнатырға, баҡса уңышынан әллә күпме салаттар әҙерләргә өлгөрәләр.

  Әле улар Ташбулат янында күп балалы ғаиләләр өсөн бирелгән ер участкаһында йорт һала башлаған. Өйҙәрен төҙөп бөтөп, газ үткәрһәләр күсеп тә ҡуйырбыҙ, иң бәләкәстәре уҡыуға шунда барыр тип хыялланалар.

  Уҙған йылда Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Балаларын, аҡыллы, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән ғаилә ысынлап та, был юғары наградаға лайыҡлы. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө булған Шәрәфетдиновтар ул-ҡыҙҙарын һөйөү-хәстәргә сорнап үҫтерә. Матур парҙың бар уй-ниәттәре тормошҡа ашһын!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: