Йышылған шпонды эшләү технологияһы быуҙа тотоуҙан, йышыуҙан, киптереүҙән, сорттарға айырыуҙан, ҡырҡыуҙан, әҙер продукцияны ҡаптарға бүлеп һалыуҙан тора.
Йышылған шпон тәбиғи ағас төҫөндә була. Уны ҡайындан, имәндән, ҡарағайҙан әҙерләйҙәр.
Эрнст Хәйҙәр улы Баҙамшин етәкләгән “Хард Инжениринг” предприятиеһы яңы барлыҡҡа килгән. Атаһы Хәйҙәр Әхәт улы Баҙамшин башлаған ғаилә бизнесын улы дауам итә.
Ойошма айына 10 – 12 мең квадрат метр йышылған шпон етештерә. 15 кеше эшләй. Әҙер продукция Рәсәй буйлап тарала.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә “Хард Инжениринг” предприятиеһына ҡала хакимиәтенән ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия алыуҙы хәстәрләйҙәр.
Предприятие киләсәктә фанера һәм инженер таҡтаһы етештерергә уйлай.