Йәмғиәт
14 Июля 2022, 05:29

Туристик тармаҡҡа ярҙам буласаҡ

Башҡортостандың туристик тармағы 31,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә дәүләт ярҙамы аласаҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Аҡса Өфөлә өс күп функциялы визит-үҙәк төҙөүгә, шулай уҡ республика ҡунаҡтары өсөн микроавтобус һатып алыуға йүнәлтелә. «Башҡортостан етәкселеге туристик мәғлүмәт үҙәктәрен булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бындай үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереү сифатының юғары кимәле туристар һәм төбәктәрҙә йәшәүселәр араһында туристик күркәмлекте артабан арттырыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ өҫтәмә туристик ағым булдырыу ысулы булып тора. Туристик мәғлүмәт үҙәктәрендә ял итеүҙең төрлө форматтары, күрһәтеү объекттары, экскурсия программалары хаҡында мәғлүмәт алырға була һәм ошонан сығып  сәйәхәтеңде планлаштырырға мөмкин буласаҡ», - ти Башҡортостандың  эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас