Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 10:11

Эш даими алып барылырға тейеш

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы көрәш  һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш комиссияларының ултырыштары үтте.

Райондың социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Ғафаров Башҡортостан  Республикаһының  наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышы протоколы менән таныштырҙы. Артабан наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышында ҡатнашыусылар район дауаханаһы табибы З. М. Досманованың сығышынан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең был тәңгәлдә алып барған эше, киләсәккә пландары хаҡында хәбәрҙар булды.

Мәктәптәрҙә, шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында уҡыусылар араһында үткәрелгән социаль-психологик тест һөҙөмтәләре менән район мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Азалия Әһелова менән филиал директоры Салауат Зәйнуллин таныштырҙы. Уларҙың сығышынан мәғлүм булыуынса, наркотик матдәләрҙе, спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларҙы, тәмәке тартыусыларҙы асыҡлау буйынса эш даими алып барыла, был юҫыҡта балалар тест үтә. Һуңғы тапҡыр үткәрелгән тест һөҙөмтәләре буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған уҡыусылар асыҡланмаған. Шул уҡ ваҡытта тест үткәреү өсөн ата-әсәнең яҙма рөхсәте кәрәк икән һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡайһы бер ата-әсәнең балаһының тест үтеүенә ҡаршы булыуын әйттеләр.

–Был мәсьәлә буйынса ата-әсәләр араһында етди аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Һәр кемдең балаһы – үҙенә яҡшы. Тик  ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең алама компанияларға эләгеп, насар ҡылыҡ-ғәҙәттәргә ныҡлап өйрәнеп китеүенә юл ҡуймауға нәҡ ошо тест һөҙөмтәләре ярҙамға килә лә инде, – тине бәлиғ булмағандар эше буйынса район комиссияһы секретары Нәдилә Фәттәхова һәм балалар араһында насар ғәҙәттәрҙе профилактикалау буйынса аныҡ эштәр алып барырға кәрәклегенә баҫым яһаны.

–Белеүегеҙсә, беҙҙең белем биреү йортонда ауыр тормош хәлендә ҡалған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙән балалар күп кенә. Шуға ла хәүеф төркөмөнә ҡарағандар араһында, насар ҡылыҡтарҙы иртә асыҡлау, тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү осраҡтарын иҫкәртеү, булдырмау маҡсатында етди эш алып барыу талап ителә. Бәлиғ булмағандар эше буйынса район комиссияһында бер уҡыусы иҫәптә торһа, филиал эсендә эшләгән комиссияға 9 бала ҡуйылған. Улар менән шәхсән эш алып барабыҙ. Һуңғы осорҙа уҡыусылар яғынан тәртип боҙоуҙар асыҡланманы, – тине Салауат Таһир улы.

Район эске эштәр бүлегенең полиция капитаны Тимур Уйылдановтың сығышынан күренеүенсә, наркологта 27 кеше иҫәптә тора, шуларҙың алтауһына диагностика үтергә һәм наркоманиянан дауаланырға тигән суд ҡарары бар.  Наркотик матдәләрҙе һатыуҙың бер осрағы теркәлгән, марихуана законһыҙ әйләнештән тартып алынған. Наркотик йөкмәткеле 7 сайт асыҡланған. 23 майҙан 24 июнгә тиклем үткән ”Мәк” операцияһының икенсе этабы  барышында өс кешегә административ протокол төҙөлгән. Киндер үҫкән 10 урын асыҡланған. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән 15 профилактик сара уҙғарылған.

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса доклад менән район эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Илһам Килдейәров сығыш яһаны. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда районда енәйәтселек осрағы 29 процентҡа кәмеһә лә, был тәңгәлдә һәр саҡ уяулыҡ талап ителә. Хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре күп халыҡ ҡатнашлығында үткән бөтә сараларҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлауҙы тәьмин итәләр.

Комиссия ағзалары наркотиктарға, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, даими алып барылырға тейеш, наркотиктар, башҡа зарарлы матдәләр ҡулланыуҙы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау эшенә айырыуса ҙур иғтибар бирелергә тейеш тигән берҙәм фекергә килде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в