-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2022, 10:22

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты эшләп килә. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың матур төбәктәренә бер-ике көнгә йә автобуста йә йәйәү сәфәргә сығырға мөмкин. Социаль турҙарҙы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Шулай уҡ быға республиканың Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ла булышлыҡ күрһәтә. Туристарҙың йәш сикләүе лә бар: ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-ат 60 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Проектта бушлай (туҡланыу ғына үҙ иҫәбеңә) йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Нәҡ ошо программа сиктәрендә Әбйәлилдән бер төркөм ветерандар Өфөлә ике көнлөк экскурсияла булып ҡайтты. Рауил ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе Гөлсөм Аҫылғужина сәйәхәттән алған тәҫораттары менән уртаҡлаша.

Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя
Сәйәхәт итеү – үҙе бер донъя

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үҙ ғүмерендә сәйәхәт ҡылырға хыялланмаған кеше бик һирәктер. Бының өсөн әллә күпме аҡса түгеп, ете ят сит илдәргә сығып китеү кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең Башҡортостан һуң! Швейцарияң да кәрәкмәй! Ә уның башҡалаһы Өфө кеүек ҡалалар бармы тағы Рәсәйҙә? Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары менән уратып алынған бейек ярҙа урынлашҡан Өфө кеүек ҡала тағы ҡайҙа бар?

Ошо көндәрҙә райондан 20 ветеран Өфөгә сәйәхәткә юлландыҡ. Урал тауҙарына яҡынлауға ап-аҡ томан эсендә йөҙөп барыуҙы, Инйәргә еткәс, шыбырлап бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр алмаштырҙы. Өфө лә беҙҙе бит-күҙен йыуып, ямғыры менән ҡаршыланы.

Иң элек Башҡортостан ветерандар ойошмаһында булдыҡ. Бында  ойошма етәксеһе урынбаҫары Райхана Абдулхаева ҡыҫҡаса республика ветерандарын берләштергән ойошма эше менән таныштырҙы. Унан һуң “Ветераны Башкортостана” журналының баш мөхәррире С. Ф. Беллендир баҫманы таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡан районыбыҙҙың ветерандар советы рәйестәрен бүләкләп үтте. Был тәңгәлдә Гусевтан Венера Шәйхисламова, Озерныйҙан Рәсимә Кощеева, Айыуһаҙынан Хәмиҙә Хөснөтдинова, Байымдан Венера Мостафина, Буранғолдан Хәҙисә Хилалова һәм Хәлилдән Әҙеһәм Хәмзин грамотаға лайыҡ булдылар. Шулай уҡ республикала алдынғылар рәтендә билдәләнгән ветерандарҙың Әбйәлил район ойошмаһы етәксеһе А. Ғ. Төлкөбаев намыҫлы хеҙмәте өсөн грамота һәм сәғәт менән бүләкләнде.

Артабан Райхана Хәтмуловна беҙҙе Өфө ҡалаһының тарихи урындары менән танышырға алып китте. Ҡойоп торған ямғыр кәйефтәрҙе боҙмаһын типтер инде, ул барыбыҙға ла ҡулсатырҙар бүләк итте. Ҡыуана-ҡыуана беренсе туҡталыш – Милли музейға юлландыҡ. Тарихты беләбеҙ тип уйлаһаҡ та, күп уҡыһаҡ та, үҙ күҙҙәрең менән күреү, ҡыҙыҡлы итеп тыңлаусыларына еткергән экскурсоводтың һөйләүен тыңлау, тарихи әйберҙәрҙе күреү – үҙе бер ғүмер. Музей менән танышыуҙы Рәсәй Геройы, легендар башҡорт баһадиры, 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатов менән танышыуҙан башланыҡ. Музей бик ҙур, ваҡыт ҡыҫҡа булыу сәбәпле бар залдарҙа ла була алманыҡ. Экспозицияларҙы ҡарау, гидтың ҡыҙыҡлы тарихи хикәйәләрен тыңлау Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ менән ғорурланыу һәм ошо тарихты өйрәнеп, киләһе быуындарға еткереүселәргә рәхмәт тойғоһон уята.

Амангилде егете Рөстәм Исхаҡов етәкләгән  Башҡортостандың Милли музейында ла булдыҡ. Сәйәхәтебеҙҙең икенсе туҡталышы – Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөргә юлландыҡ.

Ямғырлы, болотло көн булыуға ҡарамаҫтан, теплоходта йөрөү иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы. Яр буйында теҙелгән матур аҡ йорттар, йәшеллек, тын ғына ағыусы Иҙел йылғаһы, теплоходта беҙҙең һорауыбыҙ буйынса яңғыраған башҡорт көйҙәре оҙон юлда арып килеүселәргә ял бирзе.

Теплоходта ялдан һуң Өфөнөң иң матур һәм иң иҫтәлекле урыны – Салауат Юлаев һәйкәленә барҙыҡ. Ямғыр ҙа туҡтағайны. Иң ҡыҙығы ошо һәйкәл янында булды. Бында Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан Башҡортостан  лагерҙарында ял иткән балаларҙы алып килгән инеләр. Башҡорт халҡының милли ҡоралы булған ҡурайҙа уйнаусы Сабит ағайҙы украин балалары һырып алдылар, ҡурайҙы тотоп та ҡаранылар. “Катюша” көйөн һорап уйнаттырып, дәррәү алҡышланылар. Ә беҙҙең ветерандар ритайымда бейеп, һәйкәлде ҡарарға килеүселәргә кәйеф өҫтәне.

Артабан “Ете ҡыҙ” скульптураһын барып күрҙек. Ул арала кисләгәйне һәм беҙҙе хостелға урынлаштырҙылар. Хостел таҙа, йыуынырға душтары, бешереп, сәй ҡайнатып эсергә кухняһы, һыуытҡысы бар. Киске сәғәт 10-ға тиклем ял итеп алғас, Ҡашҡаҙан паркын күреп ҡайтырға юлландыҡ.

Ҡурай моңо менән күлдәге фонтан төрлө төҫтәргә инеүен күҙәтеү иҫ киткес сихри, ғәжәп тамаша ине: берсә ул нескә билле, оҙон сәсле башҡорт һылыуы булып өйрөлөп бейей йәки батыр егеттәр кеүек һикереп-ырғып, талпынып, ҡанатланып бейергә тотона... Яр буйы халыҡ менән туп-тулы. Ошондай матур паркты булдырыусыларға һәм уны төҙөүселәргә мең рәхмәт. Бында күҙ генә түгел, ә күңел дә ял итә һәм башҡалабыҙға ҡарата хөрмәт төйғоһо ла уяна.

Иртәнге көнөбөҙҙө Еңеү паркына сәйәхәттән башланыҡ. “Эй, уны күргәнебеҙ бар ҙа инде,” – тип уйлаһаҡ, яңылышҡанбыҙ икән. Үҙ эштәренең энтузиастары, ысын патриоттар Еңеү паркын тулыландырыуға күп көс һалған. Яңы һәйкәлдәр асылған, балаларҙа һәм йәштәрҙә патриотик рух тәрбиәләү өсөн ысын һуғыш ҡоралдарын урынлаштырғандар, һәр береһенең тарихы яҙылған.

Иң тәүҙә еңеүселәр һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Унда быйылғы Еңеү байрамына арнап ойошторолған Еңеү марафонында республиканың һәр бер райондарынан һәм ҡалаларынан алып килгән тупраҡтар һалынған капсулаларҙы урынлаштырғандар. Парк бик ҙур, геройҙар аллеяһы бар, унда райондашыбыҙ Таһир Кусимовтың бюсына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалдыҡ. Еңеү өсөн тылда хеҙмәт итеүселәргә һәйкәл, һәр бер район һәм ҡаланан һуғышта ҡатнашыусылар һәм яу ҡырҙарында мәңгелеккә ятып ҡалғандарҙың һандары яҙылған стелалар. Десантниктарга арнап төҙөлгән һәйкәл, Курск атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булыусыларға һәйкәл...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби һыу аҫты кәмәһе ҡуйылған. Быйыл ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа 100 йыл . Паркта урынлашҡан геройҙың ҡәберенә лә сәскәләр һалдыҡ. Парк текә яр буйында урынлашҡан, бик матур тәбиғәт күренештәре асыла.

Рәсәйҙәге иң яҡшы 10 музей исемлегенә ингән Хәрби Дан музейында ла булдыҡ, бында беҙҙе музей директоры Илшат Үтәев үҙе оҙатып йөрөнө. М. Гәрәевтың 100 йыллығына бер бүлек асҡандар һәм беҙ уның иң тәүге ҡараусылары булдыҡ. Өфөгә барһағыҙ, музейҙы ҡарамай ҡайтмағыҙ. Үҙ эшенә мөкиббән китеп, тарихты терелтеүселәр эшләй унда. Бик күп мәғлүмәттәр ишеттек. Ғаиләлә патриотик рух тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен нығытыуға үҙебеҙ өсөн “Минең ғаиләм геройы” тигән портрет менән таныштыҡ. Уртала үҙең, ә ике яҡ ситтә атайың һәм әсәйең яғынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан йәки тылда Еңеүҙе яҡынайтҡан олатайҙарың һәм өләсәйҙәрең тураһында мәғлүмәт. Парктан ситтәрәк урынлашыусы “Ҡайғырыусы әсәй” (скульптура “Скорбящей матери”) һәйкәлен ҡараныҡ, “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә инеп сыҡтыҡ.

Унан инде беҙҙе Өфөнөң иң һәйбәт эшләгән Орджоникидзе районының ветерандар советы ағзалары менән осрашыу көтә ине.

Уны Николай Ярославцев  етәкләй. Ҙур ғына бүлмәлә айырым шөғөлләнәләр. Төрлө түңәрәктәр эшләй. Хорҙа ла йырлайҙар, хореографтары бар, спортзалға ла йөрөйҙәр. Шунда уҡ ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү менән булышалар. Һәр бер түңәрәктең етәксеһе бар. Күп нәмәгә өйрәнергә була уларҙан. Тулы, планлы тормош менән йәшәй был район ветерандары. Осрашыу бик йылы үтте, аҙағынан Сабит ағайҙың гармунына ҡушылып йырлап, бейеп таралыштыҡ.

Сәйәхәтебеҙҙе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәле янында тамамланыҡ. Ансар Ғаттар улы бик матур итеп уның шиғырын ятлап ишеттерҙе. Беҙҙе баштан аҙағынаса оҙатып йөрөгән Райхана Хәтмуловнаға рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, бәләкәй генә бүләгебеҙҙе тапшырып хушлаштыҡ.

Ошо ҡыҫҡа ғына арала Өфө тураһында күпме яңы нәмәләр белдек, Өфөбөҙгә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡараныҡ. Ике көн эсендә күңелгә шул тиклем яҡын булып киткән Өфө менән хушлашып ҡайтыу яғына юл алдыҡ. Сабит ағай дәртләнеп гармунда уйнаны, Әкрәм Фәтих улы иһә Өфөгә барғандағы кеүек матур йырҙарын һуҙҙы. Уға Красная Башкириянан Гөлнур Фәттәхова ҡушылды. Әҙеһәм Мостафиевич тә бик матур йырлай икән. Шулай итеп, ҡайтып еткәнсе күңелле концерт тыңлап, ҡайтып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойоштороусы Ансар Ғаттар улына оло рәхмәтлебеҙ. Айырым рәхмәтебеҙ яҡташыбыҙ, Өфөлә беҙҙе оҙатып йөрөүсе М. М. Фәттәховҡа. Сабит ағай гармунда уйнап ебәрһә, Мәүлит ағай дәртле итеп ҡурайҙа һыҙҙырып ебәрә. Бик күңелле булды уның менән. Иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ һеҙгә Мәүлит Мостафа улы, ҙур рәхмәт.

Мәҡәләнең аҙағында беҙҙе үҙ автобусында алып йөрөгән, һәр беребеҙҙең теләген үтәгән, осһоҙ ғына хаҡҡа ике көн буйы ал-ял белмәй руль артында булған Йәнгел ауылынан шәхси эшҡыуар Салауат Әпсәләмовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта Йәнгел ауылы биләмәһе ветерандары советының рәйесәһе, водителебеҙҙең хәләл ефете Сара Әпсәләмоваға ла тормош юлдашына һәр саҡ терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ юлдарҙы ла бергә йәнәшә үтергә әҙер тороуы өсөн дә рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. Татыу ғаиләгә шулай күптәргә өлгө булып, беҙҙең менән киләһе сәйәхәттәрҙә бергә булыуын теләп һаубуллашабыҙ.

Өфө ҡалаһы шундай матур! Ул сәйәхәтселәргә һәр саҡ шат!

Автор:
Читайте нас: