Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль , 09:55

Сирек быуат бер урында

Гәзит-журналдарға яҙылыусылар кәмей барған заман булһа ла, почтальондарҙы һәр ерҙә көтөп алалар, ауылдарҙағы почта бүлексәләренән дә кеше өҙөлмәй: берәүҙәр ваҡытлы матбуғатҡа яҙылһа, кемдер газ-свет, телефон өсөн түләргә килә, икенсеһе посылка ебәрә, тауар һатып алырға теләүселәр ҙә юҡ түгел.

Сирек быуат бер урында
Сирек быуат бер урында

Таштимер почта бүлексәһендә лә ошондай күренеш күҙәтелә. Әбйәлил ауылында урынлашҡан был бүлексәгә сирек быуат М. Х. Әбүбәкерова етәкселек итә.

Салауат ауылында донъяға килеп, ата-әсәһе йәшәү урынын алмаштырғас, Михайловкала тыуып үҫкән Мәйсара урындағы  мәктәпте бөткәс тә Магнитогорск ҡалаһындағы индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ ошо почта бүлексәһенә начальник итеп тәғәйенләнә.

– Бер ай Өфөлә махсус курстар үтеп, танытма алғандан һуң, эшләй башланым. Тәүге мәлдәрҙә Михайловка почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән Лидия Ивановна Канаеваның ҙур ярҙамын тойҙом, ниндәй генә һорау тыуһа ла, уға мөрәжәғәт итә торғайным. Һәр саҡ иғтибар менән тыңлап, ентекле итеп аңлата ине, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Мәйсара Хәлит ҡыҙы. – Мин эш башлаған йылдарҙа почтальон булған Рәйсә Яҡупова, Нурия Һибәтуллина, Тәнзилә Низамова һәм Йәмилә Сабитовалар ҙа һәр яҡлап ярҙам итергә тырышты. Уларҙан һуң эшкә килгән Дилә Әхмәтова, Нәзилә Амурзина, Венера Исҡужина, Рабиға Мәхмүтовалар менән дә бик килешеп эшләнек, гәзит-журналдарға яҙҙырыу пландарын теүәлләү өсөн ихлас эшләне улар.

Таштимер, Әбйәлил, Ҡужан, Салауат, Йәлембәт ауылдары ҡараған бүлексәлә бөгөн хаттарҙы, ваҡытлы матбуғатты таратыуҙа почтальондар Гөлшат Йәркәева, Нурания Ғиниәтова, Миләүшә Хәсәнова эшләй. өс көн генә эшләй, шуға ла унда һәр саҡ кеше күп була.

– Өй һайын йөрөп гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу, ваҡытлы матбуғатты, свет, газ, телефон өсөн квитанциялар таратыуҙан тыш, почтальондар халыҡтан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен алып килә, тауарҙар һатыу менән дә мәшғүл. Бер һүҙ менән әйткәндә, тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй беҙҙә, – тип һәр береһен тик маҡтап телгә ала етәксе.

Тик уңған хеҙмәткәрҙәре менән дан тотҡан почта бүлексәһендә эш шарттары маҡтанырлыҡ түгел: иҫке бинаның бер өлөшөн биләгән бүлмәнең тәҙрәләре юҡ, ямғырҙар авҡытында түшәменән һыу аға, йәй көндәре лә бында ныҡ һалҡын.

– Был бина элек дауахана булған. Мин, мәҫәлән, ошонда донъяға килгәнмен. Бында эшләүемә инде 25 йыл. Ҡыш көндәре айырыуса түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була, ҡараңғы ла. Шулай ҙа тиҙҙән эш өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған бинала эшләремә ышаныс ҙур, – тип етәкселәрҙең был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеренә өмөт итә Мәйсара Хәлит ҡыҙы.

Уңған хеҙмәткәр өйөндә әсәһе өсөн хәстәрлекле ҡыҙ, балаларына яратҡан әсәй. Өлкән улы Зариф быйыл туғыҙынсы класты тамамлаһа, Рәдиф дүртенсегә бара.

25 йыллыҡ эш дәүерендә өлгәшкән уңыштары өсөн күп тапҡырҙар төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ихлас, алсаҡ, йомшаҡ һүҙле етәксе халыҡ араһында ла хаҡлы абруй ҡаҙанған.

Сирек быуат бер урында
Сирек быуат бер урында
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в