+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2022, 14:58

«Һаулыҡ һәм туризм» фестивале үтәсәк

23-24 июлдә Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Һаулыҡ һәм туризм» Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк.  

«Һаулыҡ һәм туризм» фестивале үтәсәк
«Һаулыҡ һәм туризм» фестивале үтәсәк

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең туризм өлкәһенән 1000-дән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. Фестивалдә ҡатнашыусылар туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү, эске туризмды, атап әйткәндә, рекреацион туризмды үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә «Мунса бизнесы» бизнес-форумы үтәсәк, унда ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе, табыш сығанаҡтарын, яңы технологияларҙы ҡулланыу, уңышлы тәжрибәләр, төҙөлөш, логистика, мунсаны нисек ғәмәлдәге бизнесҡа әйләндерергә һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

   «Рәхәттә» Беренсе мунса фестивален уҙғарыу төп сараларҙың береһе булмаҡсы. Уның маҡсаты - туризмды үҫтереүҙә мунса мәҙәниәтен үҫтереү. Унда бөтә илдән күсмә һәм модулле мунсалар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, арт-объекттар, милли ризыҡтар күргәҙмәһе һәм мунса тауарҙары күрһәтеләсәк.

    Икенсе көндө ҡырағай үләндәр йыйыусылар форумы үткәреләсәк.  Унда уны  йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, транспортлау һәм маркировкалауға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшереләсәк. Белгестәр бизнестың  был йүнәлешендә ниндәй ҡатмарлыҡтар көтөүен күрһәтеп, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итәсәктәр.

Автор:
Читайте нас: