+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2022, 09:55

Хеҙмәт династиялары конкурсы иғлан ителәсәк

12 тармаҡта һайлау этабы үтәсәк.

Хеҙмәт династиялары конкурсы иғлан ителәсәк
Хеҙмәт династиялары конкурсы иғлан ителәсәк

Башҡортостанда 2022 йыл Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителгән.

Ошоноң менән бәйле урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттарының уҡыу-етештереү базаһы яңыртыла. Әле алты белем биреү ойошмаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 12 оҫтахана ойошторола.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халҡты социаль яҡлау министрлығында “Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт династиялары” конкурсын ойоштороу буйынса эштәр бара. Уға ярашлы, 12 тармаҡта һайлау этабы үтәсәк. Еңеүселәр финалда өс номинация буйынса ҡатнаша. Уларҙы һәм финал этабында призлы урындар яулағандарҙы бүләкләү Республика көнөнә арналған тантаналы сарала үткәрелер тип планлаштырыла.

Мәсьәлә Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларына арналған Хөкүмәт кәңәшмәһендә, Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә ҡаралды, тип  хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: