+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2022, 10:35

Иҫерек водителдәрҙе эш урынында беләсәктәр

Эсеп руль артына ултырғандар арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлә.

Иҫерек водителдәрҙе эш урынында беләсәктәр
Иҫерек водителдәрҙе эш урынында беләсәктәр

Иҫерек водителдәр тураһында уның эш урынына хәбәр итеү тәҡдим ителә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡушыуы буйынса республика депутаттары ошондай башланғыс әҙерләй, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.

– Республика Башлығының иҫерек килеш рулгә ултырған дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡаты дисциплинар саралар ҡулланыу тураһындағы тәҡдиме ныҡлап өйрәнеүҙе талап итә, – тип комментарий бирҙе Константин Толкачев. – Башҡалар мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға тейеш булған кешенең закон боҙоуы һәм кешеләрҙең ғүмерҙәренә хәүеф тыуҙырыуы власть органдарының абруйын төшөрә.

Парламент спикеры белдереүенсә, иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш проблемаһы көнүҙәклеген юғалтмай.

Иҫерек килеш машина йөрөтөүсе кешеләр хаҡында эш биреүсе, коллектив белһен, эш урынында ышанысты юғалтыу штрафтарҙан һәм водитель праваһынан мәхрүм итеүҙән дә һөҙөмтәлерәк булыр, тигән фекерҙә парламентарийҙар.

Беҙҙең депутаттар был мәсьәлә буйынса Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары парламенттары менән бергә эшләргә ниәтләй.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: