+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2022, 11:10

Тыуым кәмей

Республикала “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тыуым кәмей
Тыуым кәмей

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Сәләмәт киләсәк” федераль партия проектының Йәмәғәт советы ултырышы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының “Медик” мәҙәниәт йортонда уҙғарылды. “Башҡортостан Республикаһында демография - заманса шарттарҙа көнүҙәк һорауҙар” дискуссия майҙансығында ҡатнашыусылар төбәктә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мөһим темаларҙы тикшерҙе.

“Демография проблемаһын хәл итеү Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостан дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора, – тине тәбрикләү сығышында Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, илебеҙ  халыҡтарының һаулығы – беҙҙең юғары милли өҫтөнлөктә. Был өҫтөнлөк менән яңыртылған Конституцияның барлыҡ положениеһы билдәләнә: ғаиләне яҡлау, бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең өлөшө, социаль гарантияларҙы нығытыу, иҡтисадты, мәғрифты, мәҙәниәтте үҫтереү тураһында”.

Кәңәшмәлә республиканың дауалау учреждениелары менән эшләү, төбәктең бала тыуҙырыу хеҙмәте өсөн Башҡортостан дәүләт медицина университетының белгестәрен уҡытыу, тармаҡҡа башҡа кадрҙар әҙерләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

- “Демография” һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары – 12 проект араһында иң әһәмиәтлеләре, - тине Римма Үтәшева. – Тап улар халҡыбыҙҙың һаулығын һәм хәүефһеҙлеген билдәләй. Шуға ла бөгөн беҙ акушер секторының проблемаларын ҡарарға тейеш. Бер кемгә лә сер түгел, ковид пандемияһы аҙ ғүмерҙәрҙе алып китмәне, халыҡ һаны кәмене. Бөгөн Рәсәйҙә 146 миллиондан аҙыраҡ кеше иҫәпләнә. Дәүләттән ҙур ярҙам булыуға ҡарамаҫтан, күп йәш ғаиләләр бала табырға ашыҡмай. Беҙгә демография сәләмәтлеге тураһында ғына түгел, репродуктив тәртип хаҡында ла һөйләү мөһим: ғаиләлә, бала тыуыу – ул байлыҡ, тип әҙерләргә кәрәк. Тыуым проблемаһын хәл итеүҙә мөһим ролде Каринэ Владимировна Хәбирова алып барған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты уйнай. Ул демографияға, бала табыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә”.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: