Йәмғиәт
22 Июля 2022, 06:45

«iВолга-2022» йәштәр форумы башланды

Һамар өлкәһендә Фестиваль паркында (Мастрюков күлендә) Волга буйы федераль округының «iВолга-2022» йәштәр форумын асыу тантанаһы уҙҙы. Унда,  Башҡортостандан 110 кеше ҡатнаша.

Дөйөм алғанда, сарала Рәсәй төбәктәренән һәм Беларус республикаһынан, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән ике меңдән ашыу йәштәр ҡатнаша.

     Форумда ҡатнашыусылар 9 профилле  «Минең халҡым», «Киләсәк менән идара ит», «Эш эшлә», «Изгелек миссияһы», «Йәшәү урыны», «Ижади процесс»  сменаһында һәм  «Практика», «Балалар iВолгаһы», «Дәүләт йәштәр сәйәсәте» лабораторияһында белем биреү программаһында ҡатнашасаҡ.  Бынан тыш, «Мәғариф сифаты: киләсәккә ҡараш» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл һәм башҡа ҡыҙыҡлы дискуссиялар майҙансыҡтары эшләйәсәк. Тәүге тапҡыр «Балалар iВолгаһы» үткәрелә, унда 16-17 йәшлек активистар ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас