+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2022, 10:50

Иң тәмле фестивалгә рәхим итегеҙ!

20 августа Бүздәк районында “Бәлешфест” фестивале үткәрелә. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә.

Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла.

Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә.

Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: