Өфөлә Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы исеменә конкурс үткәрелде.
Сара XV Республика “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” профессиональ оҫталыҡ конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Ярыштар “Сағыу” биҫтәһендәге “Өсөнсө трест” компанияһы объектының төҙөлөш майҙансығында үткәрелде. Конкурста Өфөнән, Нефтекаманан, Стәрлетамаҡтан, Октябрьскийҙан һәм Туймазынан 28 ташсы ҡатнашты. Улар үҙҙәренең стенаны кирбестән һалыу буйынса оҫталығын, хеҙмәт һәм технология буйынса теория белемен күрһәтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, “Өсөнсө трест” компаниялар төркөмөнөң үҫеш буйынса директоры Вячеслав Явкин, Рәсәй Төҙөүселәр профсоюзының республика йошмаһы рәйесе Павел Александров һәм башҡалар сәләмләне.
- Бөгөн конкурста республика төҙөлөш комплексының иң яҡшы бригадалары ҡатнаша. Йыл һайын өс миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөйбөҙ, һәм төҙөлөшкә һалынған һәр һум иҡтисадыбыҙҙа сағылыш таба, - тине үҙ сығышында Артем Ковшов.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы-2022” исеменә “Нефтекамастройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһынан Андрей Белоглазов һәм Айҙар Зыязов лайыҡ булды. Икенсе урында – “Өсөнсө трест” компаниялар төркөмөнән Хазинур Йыһангиров һәм Ирек Моратов. Өсөнсө урында – “СтройТэк” йәмғиәтенән Эдуард Нурғәлиев һәм Айрат Йәмилев.
Бүләкләү тананаһында Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков ҡатнашты. Ул еңеүселәргә, призлы урын яулаусыларға һәм сарала ҡатнашыусыларға конкурс дипломдарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Бындай саралар иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.