+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 22:55

«Башҡорт аты» фестивале иң мәргәндәрҙе асыҡлай

Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» республика фестивале менән бер рәттән «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале үтә. Быйыл унда Башҡортостандан, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь крайынан, Әстрхан, Силәбе, Омск өлкәләренән, Екатеринбургтан һәм Мәскәүҙән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнаша. Ярыш ике номинацияла уҙғарыла: йәйәүлеләр һәм һыбайлылар турниры.

«Бөгөн беҙ һеҙҙең республикаға яуап сәфәре менән килдек, үҙебеҙҙә, Ҡалмыҡ Республикаһында, ярыштарҙы беренсе йыл ғына уҙғармайбыҙ, һеҙҙең спортсылар Рушан Хәсәнов менән Асҡар Ишбирҙин Элистала ойошторолған Еңеү клубына килә. Шуға күрә Башҡортостанды күреү беҙҙең хыял, маҡсат ине. Етәкселегебеҙ ярҙамында беҙ бөгөн һеҙҙә», — тине Ҡалмыҡ Республикаһының Һыбай уҡ атыу федерацияһы президенты, Рәсәйҙең һыбай уҡ атыу буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Хонгр Уладаев.

Һыбай килеш уҡ атыу номинацияһында Ҡалмыҡ Республикаһынан Аркадий Бадмаев менән Очир Атинов ҡатнаша.

«Мәргән уҡсы» — төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән күләмле проект. Ул халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалауға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

Фото: rcntrb.com

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: