Рәсәй Президенты указы менән Башҡортостанда тыуып үҫкән ике егеткә — Өфөнән Максим Серафимовҡа һәм Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовҡа махсус операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендәРадий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.
«Әле бик ауыр тантана булды. Беҙ ошо егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәсәй Геройы йондоҙҙарын тапшырҙыҡ. Ата-әсәләре иҫән. Беҙ шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланабыҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Шулай уҡ тағы дүрт яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Улар араһында — Өфөнән Альберт Аллағолов, Владимир Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡорманалин.
«Йәш кенә егеттәр, — тине Радий Хәбиров, үлгәндән һуң бүләкләнгән яугирҙәр исемлеген уҡып. – Берәүһенең ҡатыны йөклө. Икенсеһенең тиҙҙән балаһы тыуырға тейеш. Тағы берәүһенең хәләл ефете дүртенсе балаһын көтә. «Етемдәр» тигән һүҙҙе әйтергә теләмәйем, сөнки беҙ барбыҙ, уларға ярҙам итергә кәрәк».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов һәм Тамерлан Илһамовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса указдар әҙерләү бурысы йөкмәтелде.
Өфө, Сибай һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәттәре башлыҡтарына Батырлыҡ орденына лайыҡ булған дүрт яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн муниципаль документтар ҡабул итергә кәрәк.
Бынан тыш, муниципалитеттарға һәләк булған һалдаттарҙың туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушылды.